

Бөгөн республикала коронавирус менән сирләгәндәрҙең дөйөм һаны 93 544-кә етте. Тәүлек эсендә 680 пациенттың ауырыуҙы йоҡторғаны билдәле булды.
Шул уҡ ваҡытта 665 кеше һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә 32 пациент сирҙе еңә алмаған. Вирус ҡорбандары һаны хәҙер 2 941 тәшкил итә.
Пандемия башланғандан алып барлығы 82 502 ауырыу һауыҡтырылған.
Республикала вакцина яһатыу дауам итә. Тәүге компонентын 1 775 836 кеше яһатҡан. Прививка ҡаҙатыуҙы тулыһынса тамамлағандар һаны 1 463 404-кә етте.
Сир таралыуын туҡтатыу һәм ғәҙәттәге тормошҡа тиҙерәк ҡайтыуҙың бер генә сараһы бар, ул – вакцина яһатыу. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Фото: Горобзор.