Сәләмәт булайыҡ
11 Ноябрь 2021, 15:30

Стәрлетамаҡта өлкәндәр өсөн прививка пункттары асылды

Уларҙа ололарҙың хәүефһеҙлеге тулыһынса тәьмин ителәсәк. Адрестары - яҙмала.

Стәрлетамаҡта өлкәндәр өсөн прививка пункттары асылдыСтәрлетамаҡта өлкәндәр өсөн прививка пункттары асылды
Стәрлетамаҡта өлкәндәр өсөн прививка пункттары асылды

Бөгөн Стәрлетамаҡта 65 йәштән өлкәндәр өсөн вакцина яһатыу пункттары асылды.

Уларҙың адрестары: поликлиника стационарының 2-се корпусында (Голиков урамы, 28-се йорт), көн һайын 12.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем эшләй; 2-се ҡала дауаханаһының прививка пунктына (Салауат Юлаев урамы, 2) хәрәкәтләнә алмаған кешеләрҙе килтереү ойошторола, пункт дүшәмбенән йомағаса 11.00 - 13.00 сәғәттәрҙә эшләй; “Ҡайынҡай” шифахана-профилакторийы (Революция урамы, 4а), 65 йәштән өлкәндәр өсөн дүшәмбенән йомаға тиклем 12.00 - 16.00 сәғәттәрҙә айырым кабинет эшләй.

"Өлкәндәр һәр ваҡыт яңы коронавирус инфекцияһын ауыр үткәрә. Шулай уҡ улар вакцина яһатырға ашыҡмай, дауаханала сир йоҡтороуҙан ҡурҡалар, дөйөм сиратта торғолары килмәй. Ә был яңы пункттарҙа уларҙың хәүефһеҙлеге тулыһынса тәьмин ителәсәк", – ти 2-се ҡала дауаханаһының баш табибы Эльвира Ғилуанова.

Шулай уҡ ҡала поликлиникаларында ла вакцина яһатырға мөмкин. Прививка кабинеттары көн һайын ялһыҙ иртәнге 8-ҙән киске 20.00 сәғәткә тиклем эшләй. “Магнит” гипермаркетындағы вакцинация пунктына шулай уҡ көн һайын 12.00 - 18.00 сәғәттәрҙә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас