

Быйыл, июль аҙағында, Башҡортостандың Журналистар союзы “Вирусты бергәләп еңәйек!” тип аталған вайндар, мемдар һәм видеороликтар конкурсы иғлан иткәйне. Ярыштың шарттарына ярашлы, унда теләге булған һәр кем ҡатнашып, ижади эштәрен @mass_media_rb билдәһе аҫтында #вместевируспобедим, #язавакцинацию хештегтарын ҡуйып, социаль селтәрҙәргә һала барҙы. Әле конкурсҡа тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалып, еңеүселәр бүләкләнде.
Бәйгегә ижади булмышлы, тормоштағы ваҡиғаларға айыҡ аҡыл менән ҡараған, заман афәтенә әйләнгән коронавирусты вакцина яһатып һәм барлыҡ талаптарҙы үтәп кенә еңеп булыуын аңлаған кешеләр ихлас ҡушылды. Улар сағыу сюжеттар – вакцинациялауҙы хуплаған вайндар, мемдар, видеороликтар тәҡдим итте.
– Был конкурсты ойоштороуыбыҙҙың төп маҡсаты – коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү, халыҡ, айырыуса йәштәр араһында аңлатыу эшен әүҙемләштереү, сирҙең ни тиклем аяуһыҙ булыуын, вакцина яһатыуҙың мөһимлеген кешеләргә еткереү ине. Маҡсатыбыҙға өлгәштек тип ышаныслы әйтә алам: конкурсҡа 100-ҙән ашыу ижади эш ҡабул иттек. Улар көнүҙәклеге, йөкмәтке байлығы һәм төрлөлөгө менән һоҡландырҙы. Эштәрҙе баһалағанда беҙ тап ана шул көнүҙәклеккә, халыҡ тарафынан нисек ҡабул ителеүенә, интернет аудиторияның реакцияһына ныҡлы иғтибар бирҙек, – тине тантана барышында Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Белеүебеҙсә, бәйгенең дөйөм приз фонды 300 мең һум тәшкил итте. Еңеүселәр өс номинацияның һәр ҡайһыһында айырым билдәләнде. Тәүге шарттарға ярашлы, һәр йүнәлештә өс урын булдырылып, I урынға – 50 мең һум, II урынға – 30 мең һум, III урын өсөн 20 мең һум вәғәҙә ителгәйне. Эштәрҙе ентекле ҡараған баһалама ағзалары, видеояҙма төшөрөүселәрҙең байтаҡҡа күп булыуын һәм уңышлыраҡ, отошлораҡ контент тәҡдим итеүен иҫәпкә алып, вайн һәм мем авторҙарына – икешәр урын, ә видеоролик төшөрөүселәргә биш урын бүлергә ҡарар итте.
Шулай итеп, еңеүселәр менән танышып үтәйек. Вайн авторҙары араһында Салауат ҡалаһынан Эльвира Гаврилова беренсе урынды яулап – 50 мең һумлыҡ, Айгүзәл Сәрсембаева (икенсе урын) 30 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Мем эшләүселәрҙән иң оҫтаһы булып Элина Ғәҙелшина танылды һәм 50 мең һумға эйә булды. Икенсе урында – Шамонин ауылынан Лилиә Мөхәмәтйәнова, уға 30 мең һум тапшырылды. Видеояҙма төшөрөүселәр араһында бәйге көсөргәнешле генә барып, беренсе урынға – Венер Фәйзуллин (50 мең һум), икенселеккә Рушан Юламанов (30 мең һум) сыҡты. Өсөнсө урынды өс конкурсант – Ишембайҙан Ирина Вахонина, Туймазынан Татьяна Ли һәм Нуриман районынан Анжела Әлимбаева бүлеште, уларҙың һәр береһе 20 мең һумға эйә булды.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.