Сәләмәт булайыҡ
12 Ноябрь 2021, 06:21

Һаулыҡтың ҡәҙерен белер заман

Коронавирус донъя йәмәғәтселегенә ниндәй һабаҡтар бирә?

yandex.ru.yandex.ru.
Фото:yandex.ru.

Был афәттең кешелек тарихындағы һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендәге иң тетрәндергес ваҡиға булып әүерелеүе берәүҙә лә бәхәс тыуҙырмаҫ, моғайын. Уны хатта “өсөнсө донъя һуғышы” тип тә атағандар бар, сөнки тулы булмаған      ике йыл эсендә генә лә COVID-19 инфекцияһынан донъяла биш миллионға яҡын кеше вафат булды (тик ошо сирҙән генә)! Иң ғәжәбе шул: үҙҙәрен технологик яҡтан иң алға киткән илдәр тип иҫәпләгән дәүләттәрҙең дә уға ҡаршы көрәше һиҙелерлек уңыш бирмәй. Ә көрәш дауам итә...

Еңеү алыҫ әле

 

Коронавирус барлыҡ ҡитғаларҙың күпселек дәүләттәренең социаль өлкәһенә, иҡтисадына, мәҙәниәтенә иҫ киткес ҙур зыян килтерҙе. Сирҙе йоҡторғандар тиҫтәләрсә миллионлап иҫәпләнә.

Инфекцияның тәүге һөжүмен аҙмы-күпме тынысландырҙылар. Етмәһә, халыҡтың байтаҡ өлөшө пандемия шарттарында йәшәргә һәм эшләргә өйрәнеп килә. Сир тыуҙырған проблемаларҙы һәм хатта уның эҙемтәләрен дә тынысыраҡ ҡабул итәбеҙ кеүек. Әммә тулы еңеүгә бик алыҫ булыуын да хәҙер асыҡ аңлай­быҙ. Эксперттар бөгөнгө пробле­маларҙың “кисектереп торолған кумулятив һөҙөмтәһе” тураһында иҫкәртә.

Сәйәсмәндәр раҫлауынса, ошо тиңһеҙ көрәштәге еңеүгә бер генә юл менән өлгәшергә мөмкин: бөтә дәүләттәрҙең берләшеүе, бер йүнәлештә һәм бер үк ысулдар менән үҙ-ара килешеп эш итеүе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя тарихында ундай берләшеү һәм теләктәшлек хөкөм һөргәне булманы әлегә. Фажиғәле замандан һабаҡ ала алырбыҙмы? Дәүләттәр етәкселәре, халыҡ-ара союздар, һәр төрлө “йоғонто яһау төркөмдәре” уртаҡ еңеү хаҡына үҙҙәре стратегик тип иҫәпләгән башҡа йүнәлештәрҙе туҡтатып торорға һәләтлеме?

 

Дарыу сирҙе дауалау өсөн генә кәрәкмәй

 

Бөгөнгө шарттарҙа ғалимдар, аналитиктар, идара итеүселәр һәм сәйәсмәндәр беҙ бәрелешкән афәттең нимә икәнен асыҡларға тырыша. Был вирусты кемдәрҙер махсус эшләп сығарғанмы, әллә ул тәбиғи күренешме? Икенсе осраҡта уны таратыусы биологик күҙәнәктәр ҙә булырға тейеш бит. Тимәк, хатта уныһы ла асыҡ түгел әлегә!

Пандемия нисек тарата (йәки кемдәр тарата)? Иң мөһиме – бындай осраҡта кешелек донъяһы нимәләр эшләргә тейешле? Әлегә вакциналар һәм вирустан дарыуҙар кәрәклеге генә аныҡ билдәле. Әммә донъя иҡтисадын һауыҡтырыу, айырым дәүләттәрҙе бөлгөнлөк һаҙлығынан тартып сығарыу өсөн дә көслө “препараттар” талап ителә. Тәбиғи, ғәйәт күп һандағы кешеләр ҙә ярҙам көтә. Пандемия ҡасанға саҡлы дауам итер? Планета халҡында популяцион иммунитет барлыҡҡа килерме? Һорауҙар артҡандан-арта.

Билдәле Рәсәй ғалимы Константин Циолковский: “Берләшергә өйрәнгән кешеләр Алтын быуатҡа инәсәк”, – тип яҙған. Был фекерҙең дөрөҫлөгөн кешелек донъяһы бер нисә тапҡыр раҫланы инде. Быға миҫал итеп урта быуаттарҙа таралған чума сирен килтерергә мөмкин: ул һаулыҡ һаҡлау тармағын һәм дәүләт идараһын үҫтереүгә бик ҙур йоғонто яһаған. XIX быуаттағы холера йәки XX быуат ба­шындағы “испан киҙеүе”н дә шул юҫыҡта иҫкә алырға була. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ҡырҡа әүҙемләштереү һөҙөмтәһендә генә санитар конференциялар уҙғарыла башлай, уларға донъяның күпселек илдәренән табиптар, эпидемиологтар, демографтар ошо сир­ҙәргә ҡа­рата дөйөм ҡаршылыҡ күрһәтеү өсөн йыйыла. Тап уларҙың йоғонтоло хеҙмәте нигеҙендә 1948 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы төҙөлә, хәҙер антибиотик тип аталған препараттар теҙмәһе барлыҡҡа килә.

Әммә ул замандарҙа ошондай хеҙмәттәш­лекте ойоштороу һәм яйға һалыу өсөн тиҫтә­ләрсә йылдар кәрәк булған. Бөгөн иһә донъя үтә тығыҙ бәйләнештә йәшәй, заманса һанлы технологиялар үҙ-ара эш итеү өсөн ғәмәлдә сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә. Был иһә ваҡытты юғалтыуға юл ҡуймай, ә ваҡыттың үтә лә ҡәҙерле төшөнсә икәнен беҙ хәҙер аңланыҡ.

 

Биологик ҡорал. Ул бармы һәм күпме?

 

Бөтә мәсьәлә дәүләттәр араһындағы асыҡлыҡ кимәленең ниндәй дәрәжәлә булыуында. Мәҫәлән, АҠШ үҙенең лабораторияларын бөтә донъя буйлап урынлаштырған. Нимә менән шөғөлләнә улар? Химик, биологик һәм башҡа йүнәлештәге тикшеренеүҙәренең маҡсаты, йүнәлештәре нимәнән ғибәрәт? Ғилми эшмәкәрлек икән, ни өсөн АҠШ-тан ситтә? Уларҙың шөғөлө шик аҫтына алынырға тейеш түгел. Юҡһа, теләһә ниндәй яңы инфекция тоҡанған саҡтарҙа (ә уларҙың артабан да буласағы көн кеүек асыҡ) бер-береһен ғәйепләүҙәр тағы ла көсәйәсәк, һәр төрлө санкциялар йәнә башланасаҡ...

Рәсәй Биологик ҡоралды тыйыу тураһындағы конвенцияны тулыһынса күҙәтеү яҡлы. Дөрөҫ, был халыҡ-ара документҡа заман талап иткән төҙәтмәләрҙе лә күптән инде индерергә кәрәк. Тик был Конвенцияға ҡул ҡуйған дәүләттәр барыһы ла ризалыҡ бирмәй. АҠШ, мәҫәлән, үҙ биләмәһендә ошо документ талаптарының нисек күҙәтелеүен тикшерергә рөхсәт итмәй. Рәсәй ошо Конвенция шарттарын үтәүҙе талап итә, ул биологик ҡорал ҡулланыуҙы тыйыу яҡлы.

Шарттар  ишаралай

 

Донъя, шул иҫәптән Рәсәй, осрашҡан төп хәүефтәрҙе нисек күҙалларға, дөйөм хәүефһеҙлек даирәһендә ниндәй берлектәге эш йүнәлештәрен һайларға? Дәүләт, фән һәм йәмәғәтселек эшмәкәрҙәре (мәҫәлән, Рәсәй Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев “Россия в глобальной политике” журналында “Яңы коронавирус осоронда хәүефһеҙлек өлкәһендәге хеҙмәттәшлек” исемле мәҡәләһендә) түбәндәге тәҡдимдәрҙе бирә.

Беренсе һабаҡ – хәүефте етди ҡабул итергә кәрәк. Эҙемтә менән түгел, ә сәбәптәрҙе тыуҙырған шарттарға ҡаршы көрәшеү шарт.

Икенсе һабаҡ – пандемияға ҡаршы донъя халыҡтарының берлектәге көсө менән генә көрәшергә мөмкин. Айырым-айырым эш иткәндә бөтә тырышлыҡ юҡҡа сығасаҡ.

Өсөнсө һабаҡ – пандемия дәүләттәрҙең үҙ-ара ышанысы коммерцияға, идеологияға һәм конкуренцияға ҡарағанда мөһимерәк икәнен күрһәтте.

Дүртенсе һабаҡ – был афәткә ҡаршы көрәш тәжрибәһе раҫлауынса, вакцинацияға мәжбүр итеүҙең йоғонтоһо аҙ, аңлатыу эше көнүҙәк планға сыға.

Бишенсе һабаҡ – мең михнәттең бер рәхәте була, тигәндәй, пандемия кешелекте яңы көрәш ысулдарына, яңы төр эшмәкәрлеккә һәм хеҙмәттәшлеккә лә өйрәтте. Уларҙың иң мөһиме – беҙ бик ауыр һәм алдан әйтеп булмаҫлыҡ хәүеф-хәтәргә ҡаршы торорға өйрәндек. Рәсәйҙә, мәҫәлән, үтә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һаулыҡ һаҡлау тармағының мобилизациялау системаһы барлыҡҡа килде, дәүләт идараһы яңыса эшләү принциптарын үҙләштерҙе, ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн бик кәрәкле булған дарыу эшләп сығарыла башланы, яңы дауаханалар төҙөлдө, граждандарҙы тиҙ арала мәғлүмәтле итеү саралары яйға һалынды.

Алтынсы һабаҡ – вирус беҙгә оҙаҡҡа килде. Теләйбеҙме-юҡмы, был – хәҡиҡәт. Хатта кешелек донъяһы коронавирусҡа ҡаршы коллектив иммунитет тыуҙыра алған хәлдә лә, инфекцияның әле тегендә, әле бында тоҡанып китеү ихтималлығы һаҡлана.

Яҡын киләсәктә хәлдең контролгә алына­сағына өмөт бар. Әммә ошондай хәүефтәргә ҡаршы көрәшергә әҙерлек даими булырға тейештер.

 

Валентин ПАВЛОВ,

медицина фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры:

 

– Вакцина яһау тураһындағы имеш-мимеште күп тараталар хәҙер интернетта, айырыуса – ватсапта. “Танышымдың танышы вакцина эшләткәйне, ҡаты сирләп китте, вакцина тигәндәре буш нәмә икән” – шундайыраҡ уйҙыр­малар күп йөрөй. Вакцина яңы коронавирус инфекцияһының ауыр йоғонтоһонан 100 процентҡа һаҡ­лай. Прививка яһатҡан кешенең сирләп китеүе – һирәк күренеш, ундай саҡта ла ауырыуҙы еңел кисерәләр. Статистикаға ҡара­ғанда, ундай сирлеләрҙән әлегә саҡ­лы бер кем дә реанимацияға эләк­мәгән. Фәнни нигеҙҙә асыҡла­ныуынса, вакцинаның йоғонтоло­лоғо 90 процент тәшкил итә һәм ул коронавирустың бөгөнгө әйләнештәге штамдарының барыһынан да һаҡлай.

“Спутник V” вакцинаһы – донъялағы иң яҡшы прививкаларҙың береһе. Уны 30-ҙан ашыу ил һатып ала. Рәсәй халҡы өсөн ул бушлай һәм вакцинанан һуңғы эҙемтәләре бик аҙ кимәлдә. Вакцина яһат­ҡандарҙың биш проценты ғына баш ауыртыуына, хәлһеҙлеккә зарлан­ған, был иһә вакцина эшләткән кеше өсөн көтөлгән реакция. Тикшеренеүҙәр вакцинанан һуң иммунитеттың көсәйеүен раҫлай бара.

 

Вил ТИМЕРБУЛАТОВ,

медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Петр Фәндәр академияһы академигы:

 

– “Мин ҡаты сирләнем һәм хәҙер һауыҡтым, миңә вакцина эшләтеү талап ителмәй” – ҡайһы саҡта шундай фекерҙе лә ишетергә тура килә. Ғәмәлдә иһә киреһенсә – сирләп һауыҡҡандарҙың иммунитеты вакцина эшләткәндәрҙеке менән сағыштырғанда көсһөҙөрәк. Ундай кешеләр өсөн вакцинация яһатыу зарурлығы үтә мөһим, сөнки коронавирус инфекцияһының яңы штамдары барлыҡҡа килә һәм сирләп һауыҡҡандарҙың иммуни­тетының сирҙе ҡабат йоҡтороуға ҡаршы көрәшергә хәленән килмәҫкә лә мөмкин.

Барыһы ла пандемияға тиклемге ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайтыу, сикләүҙәрҙең юҡҡа сығыуы, эшкә һәм уҡыуға сир йоҡтороуҙан ҡурҡмай ғына барыу тураһында хыяллана. Бындай шарттарға беҙ эпидемияға ҡаршы сараларҙы тулыһынса күҙәтһәк, иң мөһиме – коллектив иммунитетҡа өлгәшһәк, әйләнеп ҡайта аласаҡбыҙ.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас