Сәләмәт булайыҡ
12 Ноябрь 2021, 06:45

“Тәүгеләрҙән булып үтенесебеҙгә БСК яуап бирҙе”

Республикала кислородҡа ихтыяждың өстән бер өлөшөн үҙебеҙ тәьмин итәбеҙ.

“Тәүгеләрҙән булып үтенесебеҙгә БСК яуап бирҙе”“Тәүгеләрҙән булып үтенесебеҙгә БСК яуап бирҙе”
“Тәүгеләрҙән булып үтенесебеҙгә БСК яуап бирҙе”

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан сода компанияһында төбәк дауаханалары өсөн кислород станцияһы тергеҙелеүе тураһында белдерҙе.

“Президенттың Башҡортостан сода компанияһының контроль пакетын республикаға тапшырырға ҡарар итеүе ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә булды һәм булып ҡала. Беренсенән, был ғәҙел, икенсенән – бик мөһим, республиканың һәм  халыҡтың ышаныслы таянысы барлыҡҡа килде. Октябрҙә беҙҙең госпиталдәрҙә кислородҡа бәйле ҡатмарлы хәл тыуҙы, дауаханаларға һәм йоғошло ауырыуҙар госпиталдәренә кәрәкле кислородтың һәр килограмын иҫәпләргә тура килә ине. Сәғәт һайын тиерлек кислород сығымын күҙәтә торғайныҡ, сөнки дауаханаларҙа эштең өҙөклөгөнә юл ҡуйырға хаҡыбыҙ юҡ ине. Кислород менән тәьмин итеү йәһәтенән яңы сығанаҡтар эҙләнек. Тәүгеләрҙән булып үтенесебеҙгә БСК яуап бирҙе, һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә предприятиела әлегә тиклем туҡтап торған кислород станцияһы тергеҙелде. Хәҙер иһә республикала кислородҡа ихтыяждың өстән бер өлөшөн үҙебеҙ тәьмин итәбеҙ. Коллегаларға рәхмәт, артабан эшләйбеҙ. Ә ғөмүмән алғанда, был – Башҡортостан сода компанияһы менән республикабыҙҙың берлектәге ҙур пландарының бер бәләкәй өлөшө генә.

БСК етәкселегенә, бөтә коллективҡа ярҙам һәм беҙҙе аңлаған өсөн рәхмәт. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек”, – тип яҙған республика Башлығы.

 

Фото: https://vk.com/wall413272232_725638

Сығанаҡ: https://vk.com/wall413272232_725638

 

“Тәүгеләрҙән булып үтенесебеҙгә БСК яуап бирҙе”
“Тәүгеләрҙән булып үтенесебеҙгә БСК яуап бирҙе”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас