Сәләмәт булайыҡ
12 Ноябрь 2021, 07:46

Өҫтәлегеҙҙән кәбеҫтә өҙөлмәһен

Оҙайлы ҡыш башланырға ла күп ҡалманы. Көҙгө-ҡышҡы осорҙа иммунитетты нығытыу өсөн С витамины тупланған тоҙло кәбеҫтәнән дә файҙалыраҡ аҙыҡ юҡтыр. Хужа­бикәләр уны нисек кенә тоҙламай, нимә генә ҡушып әҙерләмәй... Һәр кемдең үҙ рецебы һәм сере.

Бактериялар йәшелсәләге шәкәрҙе һөт кислотаһына әүерелдерә. Диабет ме­нән сирләгәндәр өсөн был бик файҙалы, һөт кислотаһы глюкоза кимәлен контролләргә ярҙам итә, эсәклектәге зарарлы микроорганизмдарҙың үрсеүен баҫа, аҙыҡ матдәләрен үҙләштереүҙе һәм токсиндар сығарылыуын тиҙләтә.

Тоҙланған кәбеҫтә ҡан тамырҙары өсөн файҙалы, холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә. Тимәк, йөрәк сирҙәре хәүефенән аралай. Был аҙыҡ А витаминына, кальций, марганец, калийға бай. Органик кислоталары күҙәнәктәрҙе юҡҡа сығарыусы ирекле радикалдар тәьҫирен кәметә. Айырыуса ҡышҡыһын өҫтәлегеҙҙән тоҙланған кәбеҫтә өҙөл­мәһен.

Шуны ла иҫтә тотоғоҙ, тоҙло кәбеҫтә нисек кенә файҙалы булмаһын, унда күп тупланған бактериялар һәм күҙәнәкле туҡыманың газ барлыҡҡа килтереүе, аш һеңдереү ағзаларының лайлалы тиресәһен ярһытыуы ихтимал, шуға күрә ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән яфаланған кешеләргә тоҙланған кәбеҫтә менән мауыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас