Сәләмәт булайыҡ
12 Ноябрь 2021, 10:00

Тонометрҙар, глюкометрҙар бүләк итәләр

"Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Бик шатмын”, – ти Александра Тысячник.

Тонометрҙар, глюкометрҙар бүләк итәләрТонометрҙар, глюкометрҙар бүләк итәләр
Тонометрҙар, глюкометрҙар бүләк итәләр

Өфөлә өсөнсө аҙна инде 65 йәштән өлкәндәр өсөн махсус вакцинация пункты эшләй. ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты нигеҙендәге “Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек” акцияһы барышында асылғайны. Ошо осорҙа был пунктта 609 кеше прививка яһатҡан. Республика буйынса йәмғеһе 28 пункт эшләй.

“Республикала өлкәндәр араһында вакцинация ярайһы уҡ әүҙем бара. Махсус пункттар асыу быға булышлыҡ итә, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. – Вакцинация пункттарында табиптар өлкәндәргә лекция уҡый, кәңәш бирә, аңлатыу эше алып бара. Бындай саралар ыңғай йоғонто яһай. Тик ошо рәүешле генә беҙ өлкән быуынды һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ”.

Өлкәндәр өсөн халыҡ университетында урынлашҡан вакцинация пунктында аҙна һайын “Сәләмәт кесаҙна” акцияһы үткәрелә. Был көндә ололар вакцина һалдырыу менән бер рәттән лекторийҙа ла ҡатнаша ала. Унда медицина һәм эпидемиология өлкәһендәге белгестәр сығыш яһай.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә 65+ йәш төркөмөнә ҡараған һәм вакцина яһатҡан һәр кеше бүләктәр, шулай уҡ прививкаға тәүге тапҡыр килгән осраҡта, тонометрҙар һәм глюкометрҙар алды. Бүләктәрҙе  Дәүләт Думаһы депутаты Ризуан Ҡорбанов тапшырҙы. Өфөнән Александра Тысячник депутатҡа рәхмәт әйтте. “ Күптән түгел ҡанымда шәкәр миҡдарының артып китеүе асыҡланды. Ошондай кәрәкле бүләктәр өсөн ҙур рәхмәт. Хәҙер өйҙән сыҡмайынса, ҡандағы шәкәр күләмен үлсәй алам. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Бик шатмын”, – тине ул.  

Өфө ҡала Советы рәйесе Марат Вәсимов вакцинацияға килгәндәргә “Һаулыҡ посылкалары”н тапшырҙы һәм өлкәндәргә хәлде аңлап ҡабул иткән, һаулыҡтарын хәстәрләгән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, 65 йәштән өлкәндәр өсөн асылған һәр күсмә вакцинация пунктында бүләктәр, “Һаулыҡ посылкалары” тапшырыла, аҙна һайын “Сәләмәт кесаҙна” акцияһы барышында тонометрҙар, пульсоксиметрҙар, глюкометрҙар отошо ойошторола. Ирекмәндәр өлкәндәрҙе вакцинацияға алып барыу йәһәтенән ярҙам итә.

 

Фото: https://bashkortostan.er.ru/activity/news

Сығанаҡ: https://bashkortostan.er.ru/activity/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас