Сәләмәт булайыҡ
12 Ноябрь 2021, 07:41

“Йөрәгеңде тыңла, баш менән эш ит”

Һүҙҙе афоризмдар оҫтаһы Ғәбит Садиҡовтың ҡанатлы фекеренән башлауыбыҙ юҡҡа түгел. “Йөрәгеңде тыңла, баш менән эш ит”. Барыбыҙ ҙа был ғәмәлдәрҙе үтәһә, арабыҙҙа ауырыуҙар күптән кәмегән булыр ине. Табиптар халыҡтың иғтибарын сәләмәтлекте хәстәрләүгә йәлеп итеү өсөн төрлө акциялар үткәрә, ауырыуҙарға арналған көндәр иғлан итә.

 

Ғәжәп, әммә дәлил бар...

 

Йөрәкте һаҡлауҙың ни тиклем әһәмиәтле булыуын аңлаған кардиологтар тәүге тапҡыр иҫтә­лекле көндө булдырыу кәрәкле­ген 2012 йылда халыҡ-ара конгреста күтәреп алған. Донъя лидерҙарын хайран ҡалды­рырлыҡ һандар яңғыраған был оло сарала. Йыл һайын планетала йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән 18 миллиондан ашыу кеше һәләк була. Ер йөҙөндәге бөтә сирҙәр араһында тап ул – алыштырғыһыҙ “лидер”.

Конгреста ҡатнашыусылар үҙҙәренең алдына ҙур бурыс алды: 2025 йылға йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтарын мәғлүмәт кампанияларын йәлеп итеү юлы менән 25 процентҡа ҡыҫҡартырға. Йөрәк сирҙәрен, һис шикһеҙ, иҫкәртергә була, тип иҫәпләй кардиологтар. Рәсәй ҙә был башланғысҡа әүҙем ҡушылды, табиптар ябай ғына саралар ярҙамында нисек сир хәүефен кәметеү тураһында халыҡҡа даими аңлатасаҡ.

Беҙҙең бәләкәй генә йөрә­гебеҙ 24 сәғәт буйы мотор кеүек өҙлөкһөҙ эшләй, организм буйлап ҡанды ҡыуҙыра, ғүмерҙе һаҡ­лай. Бары уның ҡәҙерен бе­лергә, хәстәрләргә, зарарлы ғә­ҙәт­тәр менән уның эшмәкәр­легенә зыян килтермәҫкә кәрәк. Табиптарҙың ябай ғына кәңәш­тәрен үтәү ҙә йөрәккә яҡшы, файҙалы ял буласаҡ, тимәк, бөтә организмға, кәйефкә ыңғай йо­ғон­то яһаясаҡ. Ғәжәп, әммә дә­лил бар: ошо кәңәштәрҙе үтәү һө­ҙөмтәһендә йөрәк сирҙәренән һәм инсульттан үлем хәүефен 80 процентҡа ҡыҫҡартырға мөмкин.

 

Төп талап – даимилыҡ

 

Туҡланыу кеше тормошонда мөһим роль уйнай. Рационда тоҙло, шәрбәтле, ҡыҙҙырылған аҙыҡтарҙы, ҡамыр аштарын сикләргә тырышығыҙ. Ярым­фабрикаттарҙан әҙерләнгән аҙыҡ, “фаст-фуд” тип йөрөтәбеҙ уларҙы, бауырға һәм ҡан тамыр­ҙарына зарарлы йоғонто яһай, шуға күрә олоғайған һайын йөрәк эшмә­кәрлегенә бәйле проблемалар арта. Ғәҙәттәге рацио­нығыҙға диң­геҙ һәм йылға ба­лығы, сәт­ләүек, тәбиғи ондан бешерелгән икмәк, еләк-емеш, йәшелсә өҫтәгеҙ. Аҙыҡты төр­ләндерегеҙ, көн дә бер төрлө туҡланыу файҙа килтермәй. Сама­һыҙ ашауҙың зыянлы икәнен онотмағыҙ.

Спорт менән даими шөғөллә­неү йөрәк өсөн файҙалы. Ҡан та­мырҙарына ла көсөргәнеш кәрәк, йөрәк тә күнегеү талап итә. Организмға көсөргәнеште яйлап арттыра барығыҙ, сама бел­мәү зарар ғына килтереүе ихтимал. Төп талап – даимилыҡ. Көн­дәлек күнекмәләр йөрәккә көсөргәнеште арттырыусы артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Йоҡоноң туймауы сәләмәт­лекте ҡаҡшата, гипертонияға йәки йөрәк өйәнәгенә килтереүе ихтимал. Сәләмәт йоҡо өҙөл­мәйенсә 6-8 сәғәт дауам итә. Бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға ғәҙәтләнегеҙ. Төн буйы телевизор ҡарау йәки социаль селтәрҙә ултырыу һеҙҙең файҙаға түгел. Зарарлы ғәҙәттәрҙең йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә килтере­үен белмәүселәр юҡтыр ҙа. Алко­голь, тәмәке тартыу тотош орга­низмды ҡаҡшата, шуға күрә йө­рәген һаҡларға теләгәндәр улар­ҙы ҡулланыуҙан арынырға тейеш.

 

Мөғжизәле ағза

 

Стрестарға контроллек итергә тырышырға кәрәк. Бөтә тормо­шобоҙ стрестарҙан тора, унһыҙ йәшәү юҡ. Уның еңелсәһе организмды туплау өсөн кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр. Әммә оҙай­лылары һәм ҡыҫҡа көслө нервы тетрәнеүҙәре йөрәк ишемияһы хәүефен тыуҙыра. Стрестарҙан ҡасып ҡотолоу әмәле юҡ, шулай ҙа уларға идара итеп була, тип иҫәпләй белгестәр. Медитация, тын алыу күнекмәләре, йога һәм башҡа ғәмәлдәр ярҙамға киләсәк.

Йөрәк – мөғжизәле ағза. Өл­кәндәрҙең йөрәге 300 грамм ауырлыҡта, яңы тыуған сабый­ҙыҡы – ни бары 22 грамм ғына. Уның ҙурлығын белергә теләһә­геҙ, ҡулығыҙҙы усҡа йомоғоҙ, бына ул һеҙҙең йөрәк дәүмәле! Өлкән кешенең йөрәге минутына 60-85 тапҡыр типһә, сабыйҙың күрһәткесе – 150! Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге ир-аттыҡына ҡарағанда йышыраҡ тибә, бәлки, шуғалыр ҙа улар хис-тойғоға байыраҡтыр ҙа. Йөрәк тамырҙар буйлап ғүмер эсендә 200 миллион литр ҡан ҡыуа, был 200 цистерна ҡан ти­гән һүҙ. Шатлыҡ һәм көлөү йө­рәккә йәш ҡалырға ярҙам итә, сөнки был тойғоларҙың тамыр­ҙарҙы йомшартыу үҙенсәлеге бар. Ә тәрән ҡайғы, стресс ки­сереү, киреһенсә, йөрәк мускулдарында көсөргәнеш тыуҙыра, хатта инфарктҡа килтереүе ихтимал.

Динә АРЫҪЛАНОВА. 

Читайте нас