Сәләмәт булайыҡ
12 Ноябрь 2021, 07:45

Йөҙйәшәрҙәр ҙә “ярыша”

ru.wikipedia.orgru.wikipedia.org
Фото:ru.wikipedia.org

Донъяла иң оҙаҡ йәшәгәндәр араһында рекордсы әбей бар. Ғүмер буйы тәмәке көйрәткән француз әбейе Жанна Кальман 1875 йылда тыуған һәм 1997 йылда 122 йәшендә вафат булған. Йәше документтар менән раҫ­ланған берҙән-бер йөҙйәшәр ул.

Оҙаҡ ғүмер кисереү серен өйрәнгән ға­лимдар иҫәп­лә­үенсә, беҙ йә­шәгән бы­уат­та был рекордты уҙыу­сылар булыуы ихтимал. Бел­гестәр Италияның 105 йәште уҙған 3,8 мең кешеһенең тормошо менән танышҡан, шулай уҡ Францияла йәшәгән 9,8 мең йөҙйәшәрҙең ғүмерен өйрәнгән.

Ғалимдар иҫәпләүенсә, 110 йыл йәшәгәндән һуң иҫән ҡалғандар нисбәте 50:50 тәшкил иткән. 130 йәшкә етеү ихтималлығы бик бәләкәй, яҡынса миллионға бер осраҡ, ти улар. Әммә коронавирус инфекцияһына ҡарамай, ғүмер оҙайлығы артыуға табан барасаҡ, хатта ошо быуатта 130 йәшкә еткән йөҙ­йәшәрҙең рекорд ҡуйыуы бар.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас