

Был хәл быйыл йәй аҙағында була. Архангел районында йәшәгән 17 йәшлек Нияз Муллағәлимов дуҫтары менән аҡса эшләр өсөн Учалы ҡалаһына китә. Тик бында температураһы күтәрелә, эсе ауырта башлай. Аптырағас, “Ашығыс ярҙам” саҡырталар. Әммә улары килергә ашыҡмай, һәм хәле насарланған егет таксила дауаханаға юллана.
Аппендицит тигән диагноз ҡуялар. Тиҙ арала операция яһайҙар һәм палатаға күсерәләр. Шунда ятҡан саҡта Нияздың йөрәге туҡтай. Табиптар уны кире терелтеүгә өлгәшә, әммә хәҙер егет ултыра ла, атлай ҙа алмай, үҙаллы ашамай ҙа. Ата-әсәһенең фекеренсә, бында табиптар ғәйепле.
“Ул операциянан һуң аңына килгән. Башым ауырта, йоҡом килә тип әйткән. Табип уға йоҡларға рөхсәт иткән. Тик шунан һуң улыбыҙ уянмаған. Әле Нияз беҙҙе таный башланы. Төрлө эмоциональ хистәр кисерә. Дуҫтарын, туғандарын күрһә, илай башлай. Аңлай, нимәлер әйтергә теләй, тик килеп сыҡмай”, – ти егеттең ата-әсәһе.
Бөгөн Ниязға ҡуйылған төп диагноз – “йөрәге туҡтауҙан һуң үҙәк нервы системаһының аноксик зыян күреүе”. Ата-әсә фекере буйынса, табиптарҙың ҡиммәтле ваҡытты үткәреп ебәреүе ошондай эҙемтәгә килтергән. Бәлки, наркоз дөрөҫ иҫәпләнмәгәндер тип тә күҙаллай улар.
“Беҙ шылтыратҡан саҡта операция уңышлы үтте тигәйнеләр. Аҙаҡ, аңлауымса, уны аңһыҙ килеш палатала иҙәндә тапҡандар. Тапҡандар, тимәк, наркоз аҫтында ятҡан баланың хәлен тикшермәгәндәр килеп сыға бит!" – ти малайҙың үгәй атаһы Илсур Рәхмәтуллин.
“Моя Уфа” порталы хәбәр итеүенсә, әлегә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы рәсми аңлатма бирмәй. Эске тикшереү билдәләнгән. Нияздың ата-әсәһе Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткән. Тәфтишселәр был эште тикшерә башлаған.
Ниязды Өфөнән кире тыуған яғына - Архангел район дауаханаһына күсергәндәр. Уның янында һәр ваҡыт атаһы ултыра, ә әсәһе бәләкәй балалар менән өйҙә.
Нияздың шәбәйеүен, барыһы ла яҡшы тамамланыуын теләйбеҙ.
Фото: "Моя Уфа" порталы.