Сәләмәт булайыҡ
14 Ноябрь 2021, 15:00

Тағы 33 кеше әрәм...

Һуңғы тәүлектә коронавирусҡа бәйле ниндәй мәғлүмәттәр билдәле булды?

Тағы 33 кеше әрәм...Тағы 33 кеше әрәм...
Тағы 33 кеше әрәм...

Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡторғандарҙың һаны 679-ға артып, дөйөм иҫәп 95 581-гә еткән.

CОVID-19-ҙан барлығы 84 527, шул иҫәптән уҙған тәүлектә 678 кеше һауыҡҡан.

Бер тәүлеккә яңы коронавирус инфекцияһы ҡорбандары 33 булған. Пандемия башланғандан алып 3044 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Прививканың беренсе компоненты 1807 911 гражданға эшләнгән, икеһен дә 1508 675 кеше яһатҡан.

Фото: doshdu.com

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас