Сәләмәт булайыҡ
15 Ноябрь 2021, 08:45

Диспансерлаштырыу яңынан тергеҙеләсәк

Оҙаҡламай Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, 5-се Өфө ҡала дауаханаһы, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, Һуғыш ветерандары госпитале, Баймаҡ, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы инфекция госпиталдәре элекке тәртиптә эшләй башлаясаҡ.

Диспансерлаштырыу яңынан тергеҙеләсәкДиспансерлаштырыу яңынан тергеҙеләсәк
Диспансерлаштырыу яңынан тергеҙеләсәк

Билдәле булыуынса, коронавирус сире йәнә ҡотороп киткәс, республикала планлы диспансерлаштырыу туҡтатылып торғайны. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ведомствоның өлкән йәштәгеләр өсөн диспансерлаштырыуҙы башларға әҙерлеге тураһында әйтте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан быға рөхсәт һораны.

– Мотлаҡ башлағыҙ. Беҙгә алға ҡарап йәшәргә кәрәк. Үлем осраҡтары ла юғары, ошо сәбәпле ғүмер оҙонлоғо ла кәмей, – тине Радий Фәрит улы.

Төбәк етәксеһе белдереүенсә, бөгөн коронавирусҡа бәйле хәлдәр тотороҡланды. Шул иҫәптән был сир өсөн әҙерләнгән урындар һанын да кәметә башлағандар.

Мәҫәлән, бөгөнгә ҡарата йоғошло сирҙәр урыны һаны ике меңгә кәмегән һәм әле 5739-ҙы тәшкил итә. Урындарҙың 27 проценты биләнмәгән. Оҙаҡламай Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, 5-се Өфө ҡала дауаханаһы, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, Һуғыш ветерандары госпитале, Баймаҡ, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы инфекция госпиталдәре элекке тәртиптә эшләй башлаясаҡ.

Фото: hospital.karelia.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас