

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлдәр бер ни тиклем тотороҡланды. Әммә беҙҙең властар хәлдәрҙең һәр үҙгәрешенә лә әҙер. Шуға күрә яҡын арала Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында яңы йоғошло сирҙәр госпитале төҙөү башланасаҡ. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә ошо турала һүҙ булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, төҙөлөш эштәре декабрь башында башлана һәм ул ике ай самаһы дауам итәсәк.
– Республикала инфекция дауаханалары базаһын нығытырға ҡарар иттек. Алдағы йылдарҙа ғына был сирҙән ҡотолоп булмаҫ, ахыры. Шуға күрә Сибай менән Туймазы ҡалаларында госпиталдәр төҙөйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, яңы госпиталдәр өсөн урын табылған, тейешле ведомстволар менән дауаханаларҙың концепцияһы раҫланған.
– Һәр госпиталдең майҙаны 9-ар мең квадрат метр буласаҡ. Әлеге ваҡытта финанслау, проектлау буйынса эштәр тамамлана. Төҙөлөш ике айҙан ашыуыраҡ ваҡытты алмаҫ тип иҫәпләйбеҙ, – тине Андрей Назаров.
Радий Хәбиров белдереүенсә, табиптар һәр ваҡыт профилдәрен үҙгәртеп тороуҙан арыған: йә йоғошло сирҙәр госпитале, йә күп профилле стационар.
– Уларҙы шундай итеп төҙөргә кәрәк, табиптар башҡа сирҙәрҙе лә дауалай алһындар. Һәм тиҙ төҙөүҙө һорайым. Беҙҙең инфекция госпиталдәре төҙөү тәжрибәһен башҡа төбәктәр ҙә файҙалана. Мәҫәлән, әле беҙҙең төҙөүселәр Белгород өлкәһендә госпиталь төҙөй, – тине Радий Хәбиров.
Билдәле булыуынса, былтыр Өфө районының Зубов ауылында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике ошондай госпиталь төҙөлдө лә. Бөгөн унда уңышлы рәүештә ковид менән сирләгәндәрҙе дауалайҙар. Сирлеләр артып киткән саҡта башҡа дауаханалар нигеҙендә лә ковид-бүлексәләр асыла.
Фото: utv.ru