Сәләмәт булайыҡ
15 Ноябрь 2021, 08:15

Талаптарҙы боҙоу кеҫәләрҙе “йоҡартҡан”...

Сит илдән тыуған яҡтарына ҡайтыусылар “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтында мотлаҡ анкетаны тултырмаған

Талаптарҙы боҙоу кеҫәләрҙе “йоҡартҡан”...Талаптарҙы боҙоу кеҫәләрҙе “йоҡартҡан”...
Талаптарҙы боҙоу кеҫәләрҙе “йоҡартҡан”...

“Роспотребнадзор” идаралығы белгестәре пандемия осоронда эпидемиологик талаптарҙы боҙған кешеләргә ҡарата 668 административ протокол төҙөгән. Ведомство етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, сит илдән тыуған яҡтарына ҡайтыусылар “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтында мотлаҡ анкетаны тултырмаған.

“Шулай итеп, граждандар биш миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтты,”–тине Анна Казак. Республикала эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар дауам итә. Шуның һөҙөмтәһендә дүрт эре сауҙа үҙәге эшмәкәрлеге туҡтатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә коронавирус ҡотороуын дауам итә, бындай шарттарҙа яңы сикләү сараларын, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен үтәүгә барыбыҙҙан  яуаплы ҡараш талап ителә.

Фото:”Башинформ”

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас