

Башҡортостанда өс меңдән ашыу кеше коронавирус ҡорбаны булды. Һуңғы тәүлектә сир йәнә 29 кешенең ғүмерен өҙҙө. Республикала ковид менән ауырығандар һаны 100 меңгә яҡынлаша.
Һуңғы аҙнала хәл бер аҙ яҡшырҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өс фактты билдәләне: ауырыуҙың артыуы туҡталды, үлем кәмене, койка фондына көсөргәнеш түбәнәйә. 15 ноябргә вакцинаның тәүге компонентын 1812165 кеше һалдырған, вакцинацияның тулы курсын 1513967 кеше тамамлаған.
Шул уҡ ваҡытта “Спутник V” вакцинаһын башҡа илдәрҙә йыш һайлайҙар. Молдавияның элекке президенты Игорь Додон коронавирусҡа ҡаршы Рәсәй вакцинаһын яһатҡан. Ниңә ул тап ошо вакцинаны һөҙөмтәле тип иҫәпләй – видеояҙманы ҡарағыҙ.
Фото: cheb.mk.ru