Сәләмәт булайыҡ
16 Ноябрь 2021, 16:15

Антиесемдәрҙең күпме булыуы әһәмиәтлеме?

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, норматив документтар күҙлегенән антиесемдәр титрын тикшереүҙең кәрәге юҡ.

Антиесемдәрҙең күпме булыуы әһәмиәтлеме?Антиесемдәрҙең күпме булыуы әһәмиәтлеме?
Антиесемдәрҙең күпме булыуы әһәмиәтлеме?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән брифингта ҡаралған ҡайһы бер һорауҙарға яуаптар барыбыҙ өсөн дә әһәмиәтле. Шуларҙың береһе: вакцина яһатыр алдынан антиесемдәрҙең күпме булыуына иғтибар итергәме?

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова әйтеүенсә, норматив документтар күҙлегенән антиесемдәр титрын тикшереүҙең кәрәге юҡ. “Сирләгәндән һуң ярты йыл үткәс, вакцина яһатырға кәрәк һәм, шуға ярашлы, беренсе прививка эшләткәндән һуң ярты йыл уҙғас, ревакцинация үтеү мотлаҡ. Быларҙың барыһы ла норматив документтарҙа яҙылған, һәм беҙ шуға ярашлы эшләйбеҙ. Антиесемдәр титрҙары иммунитетты тикшереү өсөн файҙаланыла, Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһына индерелмәгән, йәғни был анализ бушлай эшләнмәй. Ҡайһы бер кешеләргә табип ҡарары менән ваҡытлыса вакцина ҡаҙатмау тураһында күрһәтмә биреү маҡсатында йәки ауыр хроник сирле пациентҡа прививка яһар алдынан антиесемдәргә анализ үткәрелеүе мөмкин.

Ревакцинация бары бер компонентлы “Спутник Лайт” менән үткәрелә. Шулай уҡ ике компонентлы вакциналар менән дә яһалыуы ихтимал. Республикаға һыналған “Спутник V” күп килтерелә. Ҡалғандары сикләнгән күләмдә алына. Быныһы беҙҙән тормай. Берҙәм иммунитет алыу өсөн Рәсәй Федерацияһы барыһын да эшләй. Беҙ вакцинаны бушлай федераль бюджеттан алабыҙ, ул граждандар өсөн һатылмай”, - тип һөйләне Ирина Кононова.

Ҡайһы берәүҙәрҙе “Торатау” конгресс-холында асылған мобиль пунктта прививка яһатыуға алдан яҙылыу ҡыҙыҡһындыра. 224-93-03 телефоны аша шылтыратып, үҙегеҙ өсөн уңайлы ваҡытты билдәләй алаһығыҙ. Паспортығыҙҙы һәм СНИЛС танытмаһын алырға онотмағыҙ.

Фото: novostivl.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас