Сәләмәт булайыҡ
16 Ноябрь 2021, 10:00

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе иғтибар талап итә

Андрей Назаров халыҡҡа квалификациялы һәм ваҡытында ярҙам күрһәтеү өсөн медицина кадрҙары менән тәьмин итеү мәсьәләһен даими контролдә тоторға ҡушты.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе иғтибар талап итәҺаулыҡ һаҡлау өлкәһе иғтибар талап итә
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе иғтибар талап итә

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән ултырышта ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде. Етәксе белдереүенсә, бөгөн ҡайһы бер күрһәткестәрҙе яҡшыртыу буйынса эште тәьҫирлерәк ойоштороу талап ителә.

– Һаулыҡ һаҡлау системаһында коронавирус инфекцияһы пандемияһы менән туранан-тура бәйле булған ҡатмарлыҡтар бар. Көсөргәнешле эш шарттарында медицина хеҙмәткәрҙәренең арыуы, эмоциональ яҡтан яныуы  һиҙелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, милли проекттар күрһәткестәренә, маҡсаттарына һәм бурыстарына өлгәшеү өсөн шәхси яуаплылыҡ беҙҙең барыбыҙҙың иңенә һалынған,–тип билдәләне Премьер-министр.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быйыл республикала ете төбәк проекты тормошҡа ашырылыуы тураһында белдерҙе. Улар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарын, бурыстарын үтәүгә йүнәлтелгән.

Андрей Назаров “Республика һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү” төбәк проекты күрһәткестәренең планда ҡаралғандағынан ситләшеүенә борсолоуын белдерҙе.  Максим Забелин аңлатыуынса, был йүнәлештәге артта ҡалыу сәбәптәре туранан-тура оҙайлы пандемия барышында медицина хеҙмәткәрҙәренең юғары көсөргәнешле хеҙмәте, юғары кимәлдәге стресс һәм эмоциональ яныуына бәйле. Быларҙың барыһы кадрҙарҙың тармаҡтан китеүенә сәбәпсе. Шуның менән бергә  һуңғы ике айҙа был күрһәткестәр буйынса алдынғы динамика күҙәтелә, табиптар, шул иҫәптән махсус медицина ярҙамы күрһәткән белгестәр менән тәьмин итеүҙә маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшелгән.

– Проектты тормошҡа ашырыу өсөн республикала төрлө программалар тормошҡа ашырыла, шуларҙың береһе – “Ауыл табибы”. Быйыл ошо программа буйынса табиптарға 1,5 миллион һум, фельдшерҙарға 750 мең һум аҡса түләү планлаштырыла. Түләүҙәрҙе 30 табип һәм ете урта медицина хеҙмәткәре алды ла инде. “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса бер тапҡыр бирелгән 500 мең һум күләмендәге пособиены быйыл 61 медицина хеҙмәткәре аласаҡ. Бынан тыш, ҙур ихтыяж булған белгестәргә аҡсалата түләүҙәр  ҡаралған, – тип белдерҙе Максим Забелин.

Андрей Назаров халыҡҡа квалификациялы һәм ваҡытында ярҙам күрһәтеү өсөн медицина кадрҙары менән тәьмин итеү мәсьәләһен даими контролдә тоторға ҡушты.

Сығанаҡ:https://pravitelstvorb.ru/ru/
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас