Сәләмәт булайыҡ
16 Ноябрь 2021, 06:30

“Балаларҙың коронавирустан һуң өҙлөгөүе мөмкин”

Ковид баланың һиҙгер нервы системаһына йоғонто яһай, баш ауыртыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе , йөрәк ритмы боҙолоуы, арыу-талсығыу күҙәтелеүе ихтимал.

“Балаларҙың коронавирустан һуң өҙлөгөүе мөмкин”“Балаларҙың коронавирустан һуң өҙлөгөүе мөмкин”
“Балаларҙың коронавирустан һуң өҙлөгөүе мөмкин”

Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар дауаханаһы баш табибы Борис Шәрипов ковид менән сирләгән балаларҙың  өҙлөгөүе тураһында һөйләне. Белгес әйтеүенсә, сирҙе кисергән балалар өсөн мультисистемалы ялҡынһыныу процесы, йәғни вирустың үтеп инеүенә организмдың саманан тыш иммун яуабының көслө булыуы ҡурҡыныс тыуҙыра.

– Ғәҙәттә, был хәүеф сирҙең киҫкен фазаһынан һуң 1-6 аҙна үткәс башлана, хатта баланың ковидты еңелсә үткәреүенә ҡарамаҫтан. Был ваҡытта сирҙе үткәргән  балаларҙың күпселегендә ковидҡа ҡарата ПЦР-тест кире булһа ла, коронавирусҡа антиесемдәр ҙә була,– ти табип.– Тәүге билдәһе –тән температураһының  кинәт юғары күтәрелеүе, гипертермия һәм телдең ҡыҙыл төҫкә инеүе.  Тәнгә сабыртма сығыуы, конъюктивит, склерит күҙәтелеүе, лимфа төйөндәре ҙурайыуы, ҡул устары һәм табандар шешенеүе ихтимал. Ашҡаҙан-эсәк юлы зарарланыуы, уҡшытыуы, эс китеүе мөмкин.

Табип әйтеүенсә, ковид баланың һиҙгер нервы системаһына йоғонто яһай, баш ауыртыуы, ҡан баҫымы күтәрелеүе, йөрәк ритмы боҙолоуы, арыу-талсығыу күҙәтелеүе ихтимал.

Республикала коронавирустың дүртенсе тулҡыны  дауам итә. Үҙенсәлектәренең береһе – балалар араһында сир осраҡтары артыуы. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, әле 1,5 меңдән ашыу  бәлиғ булмаған кеше дауалана, 141-е – профилле дауаханаларҙа.  Балаларҙы сир йоҡтороуҙан һаҡлайыҡ,  үҙебеҙ вакцина яһатайыҡ.

Фото: ria.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас