

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса брифинг үтте. Уны алып барған һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова һуңғы тәүлектә 680 кешенең сирҙе йоҡтороуын раҫланы.
Бөгөн республика стационарҙарында 723 ауырыу дауалана, алтмыш йәштән өлкәндәр улар араһында 442 кеше тәшкил итә. Ауыр хәлдәге пациенттар – 83, һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 7 257 ауырыу дауалана, уларҙың 5 958-е –алтмыш йәштән өлкәндәр. Һуңғы тәүлектә 666 сирле һауыҡҡан.
Үткән тәүлектә ковидтан 23 пациент вафат булған. Вирус ҡорбандары һаны 3 096-ға етте. Уларҙың 2 736-һы – алтмыш йәштән өлкәндәр.
Республикала вакцина яһатыу әүҙем бара. Беренсе компонентын 1 832 331 кеше алған, тулыһынса 1 530 832 граждан эшләткән. Бер үк ваҡытта киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыу дауам итә.
Брифингта халыҡты ҡыҙыҡһындырған ҡайһы бер һорауҙарға яуап алынды. Шуларҙың береһе республикала тергеҙелгән планлы диспансерлаштырыуға ҡағылды. Кемдәр уны үтә ала һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
15 ноябрҙән республикала өлкәндәрҙең ҡайһы бер төркөмдәрен диспансерлаштырыу үткәрелә башланы. Уның маҡсаты - яңы сирҙәрҙе асыҡлау йәки булғандарының торошон билдәләү. “Пациент өсөн ваҡытында дөрөҫ мәғлүмәт алыу һәм процедураларҙы үтеү бик мөһим - был тикшереү ирекле. Беҙ халыҡты сәләмәтлеген хәстәрләргә саҡырабыҙ”, - тине Ирина Кононова.
Диспансерлаштырыу 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге граждандар өсөн өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Ҡан әйләнеше системаһы, онкология, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр хәүефе ҙур булған 40 йәште уҙған граждандар уны йыл һайын үтә. Тикшереү бушлай, мотлаҡ медицина страховкаһы средстволары иҫәбенә башҡарыла. Бары үҙең менән полис һәм паспортыңды алырға кәрәк. Хеҙмәт кодексына ярашлы, хеҙмәткәр өс йылға бер тапҡыр диспансерлаштырыу үтеү өсөн бер көнгә эштән бушатыла ала. Ә пенсионерҙар һәм хаҡлы ялға сығыу алдында торған граждандар тикшеренеү үтеү өсөн ике эш көнөнән азат ителә. Страховкалаусы медицина ойошмаһы аша йәки ойошманың сайтында диспансерлаштырыуҙың ҡасан үткәрелеүен белә алаһығыҙ.
Фото: utv.ru