Сәләмәт булайыҡ
16 Ноябрь 2021, 06:00

Сикләүҙәр ҡунаҡханаларға ла тараласаҡ

Улар 1 декабрҙән ғәмәлдә буласаҡ. 

Сикләүҙәр ҡунаҡханаларға ла тараласаҡСикләүҙәр ҡунаҡханаларға ла тараласаҡ
Сикләүҙәр ҡунаҡханаларға ла тараласаҡ

Башҡортостанда 1 декабрҙән ҡунаҡханаларҙа тик коронавирусҡа ҡаршы вакцинация сертификаты, алты ай эсендә был сирҙе үткәреү тураһындағы белешмә йәки прививка яһатыуға медицина сикләүе тураһындағы белешмә һәм кире һөҙөмтә биргән ПЦР-тест булғанда ғына урынлашырға мөмкин буласаҡ. Бындай ҡарарҙы республикала коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы оператив штаб ултырышында ҡабул иттеләр. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәрҙе.

Был сикләү сараһы тураһындағы башланғыс менән республиканың баш санитар табибы Анна Казак сыҡты. Уның белдереүенсә, тау саңғыһы миҙгелендә ҡунаҡханалар һәм туристик базалар Башҡортостанда ҙур ихтыяж менән файҙалана. Уларға бөтә Рәсәйҙән туристар килеп урынлаша.

Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға тейешле үҙгәрештәр индерергә ҡушты.

Оператив штаб ултырышында шулай уҡ республиканың алдынғы компанияларында хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинациялау тураһында һөйләшеү булды. Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, әле төбәктең 440 төп предприятиеһы күҙәтеүгә алынған, уларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең 80 проценты прививка һалдырған. Тармаҡтар буйынса лидер булып сәнәғәт, ауыл хужалығы комплексы, транспорт һәм юл хужалығы ойошмалары тора. Артта ҡалған тармаҡ – төҙөлөш секторы. Бөтә предприятиеларҙа ла график менән юл картаһы төҙөлгән.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ойошмалар биргән мәғлүмәттәр тикшереү барышында раҫланмай. Радий Хәбиров был мәсьәләгә айырым иғтибар бүлергә һәм, кәрәк булһа, "Роспотребнадзор"ға тикшереүҙәр менән барырға тәҡдим итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 октябрҙә республиканың баш санитар табибы ҡарары менән мотлаҡ вакцина яһатырға тейеш кешеләр төркөмө исемлеге булдырылғайны. Документҡа ярашлы, был кешеләр 18 декабргә тиклем прививка яһатырға тейеш. Бынан һуң эш биреүсе уларҙы эш урынына индермәҫкә һәм эш хаҡы түләмәҫкә хоҡуҡлы.

Үткән аҙнала сәнәғәт, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы тармаҡтары хеҙмәткәрҙәрен мотлаҡ вакцинациялау тураһындағы тағы бер ҡарарға ҡул ҡуйылды. 30 декабргә тиклем был тармаҡтарҙа эшләгән ойошмалар вәкилдәренең кәмендә 80 проценты вакцина ҡаҙатырға тейеш.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, төбәк 2287558 доза вакцина алған. 15 ноябргә ҡарата уның беренсе компонентын 1812165 кеше, икенсеһен 1513967 кеше һалдырған. Был - вакцинацияланырға тейеш кешеләрҙең 72,9 һәм 60,9 проценты.

Прививкалау кампанияһы тиҙлеге буйынса лидерҙар – Бүздәк, Шишмә, Әлшәй, Өфө һәм Саҡмағош райондары. Уларҙа вакцина эшләтергә тейеш кешеләрҙең 100 проценты уны һалдырған. Радий Хәбиров был муниципалитеттарҙы бүләкләү өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Күмертау, Межгорье, Сибай, Белорет һәм Бөрйән райондары һәлкәүлек күрһәтә. Ултырышта ҡатнашыусылар ни өсөн уларҙың артта ҡалыуын тикшерҙе һәм хәлде төҙәтеү юлдарын тәҡдим итте.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, 15 ноябрҙән бөтә уҡыусылар ҙа мәктәпкә йөрөп уҡый башланы. Белем биреү учреждениеларына ингән урында етди контроль булдырылған, унда медицина инспекторҙары эшләй. Беренсе көн һөҙөмтәһе буйынса ғына мәктәпкә 200 бала һәм 12 уҡытыусы индерелмәгән, уларҙа ОРВИ билдәләре табылған. Был саралар уҡыусылар араһында сир усаҡтарын булдырмау өсөн кәрәк.

Ултырыш һуңында Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: коллектив иммунитет булдырыуҙың берҙән-бер юлы – вакцинация. Шулай уҡ ул вакцbна яһатмаған кешеләр өсөн сикләү саралары һәм санитария-эпидемиология талаптарын үтәүҙе контролдә тотоуҙы көсәйтергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас