Сәләмәт булайыҡ
17 Ноябрь 2021, 16:50

118 ауырыу ауыр хәлдә...

Һуңғы тәүлектә сирҙе 678 кешенең йоҡтороуы асыҡланды.

118 ауырыу ауыр хәлдә...118 ауырыу ауыр хәлдә...
118 ауырыу ауыр хәлдә...

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә сирҙе 678 кешенең йоҡтороуы асыҡланды. Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 97 615 кешенең мәкерле сирҙе эләктереүе билдәле.

Әле дауаханала 766 ауырыу дауалана, күпселеге 60 йәштән өлкән. 118 пациенттың хәле ауыр тип баһалана, 12 ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Вирус ҡорбандары тағы 32 кешегә артты. Уларҙың дөйөм һаны республикала 3 128-гә етте.

Пневмония осраҡтары һуңғы тәүлектә 122-гә артҡан һәм 139 ауырыу һауыҡҡан. Республикала халыҡҡа прививка яһау кампанияһы әүҙем дауам итә. Вакцина эшләтеүҙе тулыһынса 1 549 469 граждан тамамлаған.

Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 36 626 кешенең сирҙе йоҡтороуы, 1 247 ауырыуҙың вафат булғаны билдәле.

Фото: Горобзор.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас