

Ковид менән сирләгән кешеләр ауырыуҙы нисек үткәреүе тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын дауам итә. Был юлы Өфөнән Гүзәлиә Әхтәмова “Башинформ” агентлығына ире менән нисек ауыр сирләүҙәре һәм ниндәй кисерештәр үткәргәне тураһында һөйләгән. Улар быйыл октябрҙә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ятҡан.
Сир нисек башланған?
Сирләй башлау менән ун көн самаһы үҙаллы дауаланырға маташтыҡ – вирусҡа ҡаршы дарыуҙар, антибиотиктар. Тик иремдең тән температураһы 39,6 градусҡа тиклем күтәрелеп, бер нисек тә төшөрөп булмағас, табип саҡырттыҡ. Участка терапевы тик икенсе тәүлеккә генә килде, дауа яҙҙы һәм китте. Дарыуҙар бер нисек тә ярҙам итмәне, ә хәл насарайғандан-насарайҙы. Һөҙөмтәлә беҙ КТ яһатыуҙы һораныҡ һәм үҙ аяҡтарабыҙ менән, иҫте юғалтыр хәлдә тиерлек тикшереү үтергә киттек. КТ иремдең үпкәһе – 70, минеке 30 процентҡа зарарланғанын күрһәтте.
Дауаханала
Тикшереүҙән һуң беҙҙе шунда уҡ Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының ковид-госпиталенә һалдылар. Стационарҙа урындар юҡ ине, тәүге ваҡытта коридорҙа яттыҡ. Аҙаҡ урын бушағас, палатаға күсерҙеләр, иремде стационар кислородҡа тоташтырҙылар. Уның сатурацияһы 80-гә тиклем төштө, тын ала алмай ине. Был ваҡытта уның янынан бөтөнләй китмәнем, үпкәһен эшләтергә, арҡаһына һуҡҡылап алырға кәрәк ине.
Ә инде уның динамикаһы яҡшыра башлағас, мин йығылдым. Табиптар әйтеүенсә, цитокин штормы башланған. Һауа етмәгәс, иремдең кислородын миңә күсерҙеләр. Ҡот осҡос хәл, дошманға ла теләмәҫһең: әйтерһең, бөтә нәмә ойой, һауа үтмәй, баш әйләнә, эшләмәй башлай, атлап булмай.
Дөйөм алғанда, дауаханала ун көн яттыҡ. Ыңғай үҙгәрештәр башланғас, беҙ ғариза яҙҙыҡ та, үҙ теләгебеҙ буйынса ҡайтып киттек.
Табиптарға ҙур рәхмәт, кеше иттеләр. Тәүлек әйләнәһенә яныбыҙҙа булдылар, ярҙам иттеләр, яҡшы һүҙҙәрен йәлләмәнеләр. Бер төрлө дауа бирәләр ҙә, һөҙөмтә күренмәһә, икенсегә үҙгәртәләр ине. Мәҫәлән, иремә ниндәйҙер дарыуҙар ярҙам итте, ә миңә – юҡ.
Республика клиник дауаханаһы – ул суперпрофессиональ коллектив, улар шул тиклем иғтибарлы, ысын табиптар, ундайҙарҙы Хоҙайҙан тип тә әйтәләр.
Өйҙә хәлебеҙ яҡшырҙы
29 октябрҙә беҙ дауахананан сыҡтыҡ. Әле үҙаллы дауаланыуҙы дауам итәбеҙ. Өйҙә стеналар ҙа шәбәйтә бит. Яйлап һәйбәтләнеп киләбеҙ, дарыу ҡабул итәбеҙ.
Стационарҙан һуң хәл бер аҙ яҡшырҙы, әммә, дөйөм алғанда, сәләмәтлек яҡшы тип әйтеп булмай. Бер көн ҡалтырата башлай, иртәгәһенә йөрәк ныҡ итеп ауырта, күреү һәләте насарая башланы. Ваҡыты менән үҙеңде яҡшы тояһың, ә ҡайһы саҡта ятаһың да тора ла алмайһың.
Быны депрессия тип әйтә алмайым, әммә ныҡ ҡурҡтым. Үҙем һәм яҡын кешем өсөн... Тышҡа сығырға ла ҡурҡыныс, иммунитет бөтөнләй юҡ, теләһә ниндәй сир йоҡторорға була.
Эштә проблема юҡ, аңлап ҡабул иттеләр, сығырға ашыҡмағыҙ, тинеләр.
Сирләүгә ҡарағанда, вакцина яҡшыраҡ
Ике пандемия йылында мин бер тапҡыр ҙа сирләмәнем. Ә күпме кеше менән эш итәм бит. Хеҙмәттәштәрем сирләне, ә мин – юҡ. Шуға күрә вакцинация тураһында етди уйланманым. Хәҙер аңлайым инде, прививка һалдырыу сирләүгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ.
Һауығып, табиптан рөхсәт алыу менән мотлаҡ рәүештә вакцина эшләтергә барасаҡбыҙ. Ғүмер башҡа бөтә нәмәнән дә мөһимерәк!
Гөлшат Фәтхуллина, табип-инфекционист, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының ковид-госпитале етәксеһе:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр тик сирләгәндән һуң ғына вакцинация тураһында уйлана башлай. Беҙҙең күп граждандар һаулыҡтары, профилактика тураһында бөтөнләй ҡайғыртмай. Кешеләр шуны аңламай: сирҙе булдырмау мөмкин, йәки сирләһәләр ҙә, уны күпкә еңел үткәреп була. Күптәр күршеләре, туғандары, хеҙмәткәрҙәре сирләй ала, тик мин генә түгел тип уйлай. Был дөрөҫ булмаған ҡараш. Беҙҙең ҡыуанысҡа, һуңғы ваҡытта вакцинация яһатҡан кешеләр һаны арта башланы. Коронавирус менән сирләп китһәләр, прививка уларҙы реанимациянан ҡотҡарыр икәнлеген аңлайҙар.
Табип белдереүенсә, реанимация бүлексәләрендә вакцина яһатҡан пациенттар юҡ. Прививка эшләткәндәр ҙә сирләй, ыңғай ПЦР килә. Улар ҙа сағыу клиник картина менән ауырый – температура күтәрелә, тын тарыға башлай, әммә үпкәләре 25 проценттан ашыуыраҡ зыян күрмәй.
Фото: "Башинформ".