Сәләмәт булайыҡ
17 Ноябрь 2021, 05:00

Яҡташ студенттар ағыуланған

Бер ҡыҙ - комала, дауаханаға тағы 12 кеше килтерелә.

Яҡташ студенттар ағыуланғанЯҡташ студенттар ағыуланған
Яҡташ студенттар ағыуланған

Ике тиҫттәгә яҡын студенттан торған компания Ҡазан ҡалаһында күңел асмаҡсы булған, тик ял итәһе урынға бәләгә тарығандар. Ҡулдан һатып алған алкоголь ағыулы булып сыҡҡан. Mash мәғлүмәттәренә ҡарағанда, компаниялағы студенттарҙың унауһы Башҡортостандан.

Йәштәрҙең хәле табиптар тарафынан төрлөсә баһалана: уртасанан алып ауыр хәлгә тиклем, бер ҡыҙҙың комала булыуы билдәле. Егеттәр һәм ҡыҙҙар дуҫтарының тыуған көнөн билдәләгән һәм биш литрлыҡ һауытта араҡы килтергәндәр. Әйтеүҙәренсә, һатыусы һыналған кеше булған.

Араҡынан тыш, джин һатып  алып, ҡуртымға алынған коттеджға ял итергә килгәндәр.  Төндә ҡыҙҙарҙың береһе үҙен бик насар тойған, тик табиптарға таңда ғына хәбәр иткәндәр. Әле ул комала, дауаханала тағы 12 студент килтерелә. Һәр береһенең ҡанында ағыулы метанол табылған.

Йәштәрҙең иҫән ҡалыуын, был хәлдең башҡаса ҡабатланмауын теләйбеҙ. Ғүмерлек һабаҡ ҡына булып ҡалһа ине...

Фото: BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас