Сәләмәт булайыҡ
18 Ноябрь 2021, 07:30

Александр Сидякинға тыуған көнө икеләтә ҡыуаныслы булды

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ваҡытлыса “Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын  башҡарасаҡ.

Александр Сидякинға тыуған көнө икеләтә ҡыуаныслы булдыАлександр Сидякинға тыуған көнө икеләтә ҡыуаныслы булды
Александр Сидякинға тыуған көнө икеләтә ҡыуаныслы булды

Был туралағы ҡарар партияның Генераль Советы Президиумында ҡабул ителгән. Уның кандидатураһы буйынса мәсьәлә 4 декабрҙә, партияның съезында хәл ителәсәк.

“Парламенттағы ҙур эш тәжрибәһе арҡаһында Александр Геннадьевич Дәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы менән партияның башҡарма органы араһындағы үҙ-ара эшмәкәрлекте көсәйтә аласаҡ. Үҙ ваҡытында ул Дәүләт Думаһындағы беҙҙең фракцияла иң һөҙөмтәле депутаттарҙың береһе ине – 50-гә яҡын ҡануниәт башланғысы ғәмәлдәге законға әйләнде. Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары булараҡ, ул уңышлы рәүештә алданған өлөшсөләр һәм һаҡлам хужалары хоҡуҡтарын яҡлау буйынса партияның эш төркөмөнә етәкселек итте. Тиҫтәләгән мең алданған өлөшсөгә үҙ торлағын алырға ярҙам итте”, – тип “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары Андрей Турчак Президиум ҡарарына үҙ фекерен белдерҙе.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең Үҙәк Башҡарма комитетына етәкселек итергә Александр Сидякинға партияның Рәйесе Дмитрий Медведев тәҡдим иткән.

– Партия минең өсөн бик яҡын. Мин Генераль Совет Президиумы ағзаһы булдым, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары менән шөғөлләндем. Бурыстар бик ҙур. “Берҙәм Рәсәй” һайлауҙа яҡшы һөҙөмтә менән еңде. Тик беҙҙә шулай тиҙәр: сираттағы һайлау кампанияһы йомғаҡтар яһалыуҙың икенсе көнөнән үк башлана. Шуға күрә алда эш күп. Был-  2024 һәм 2026 йылғы бурыстар. Уларға мин әҙер. Әгәр ышаныс күрһәтелһә, мин һынатмам, – тине Александр Сидякин Дмитрий Медведев менән осрашҡанда.

“Һеҙҙең етәкселек аҫтында “Берҙәм Рәсәй”ҙең быға тиклем тормошҡа ашырылған сәйәси маҡсаты артабан да уңышлы рәүештә тормошҡа ашырылыр тип ышанам. Был аныҡ ҡарарҙарҙы башҡарыуға ла, халыҡ программаһын үтәүгә лә ҡағыла, шуның менән беҙҙең партия һайлауҙа еңде бит. Бөгөн һеҙҙең тыуған көнөгөҙ. Һәм әгәр ошондай тәғәйенләү тыуған көндә була икән, был һеҙҙең энергияны икеләтә арттырасаҡ, – тине Дмитрий Медведев.

Һуңғы дүрт йылда был вазифала эшләгән Александр Борисов Дәүләт Думаһында фракция етәксеһе урынбаҫары булараҡ эшен дауам итәсәк.

Фото: argumenti.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас