Сәләмәт булайыҡ
18 Ноябрь 2021, 10:00

Үҙгәрештәр ғәмәлгә инде

Коронавирус пандемияһы шарттарында нимә рөхсәт ителә, нимә тыйыла?

Үҙгәрештәр ғәмәлгә индеҮҙгәрештәр ғәмәлгә инде
Үҙгәрештәр ғәмәлгә инде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 2021 йылдың 1 декабренән ҡунаҡхана хеҙмәте күрһәткән ойошмаларға ковидҡа ҡаршы вакцинация тураһындағы сертификаты, алты ай эсендә коронавирус менән сирләүе йәки прививка һалдырырға ярамау  тураһындағы (ПЦР-тестр менән бергә) белешмә ҡағыҙы булғандар ғына урынлаша ала.

Указда шулай уҡ Рәсәй Футбол премьер-лигаһы, Континенталь хоккей лигаһы, профессиональ командалар араһындағы башҡа Рәсәй чемпионаттары матчтары, бүтән рәсми физкультура һәм спорт саралары уҙғарылған ябыҡ бинаның 70 процентын тамашасылар менән тулыландырырға рөхсәт ителә. Тик бының өсөн бер нисә шартты үтәргә кәрәк: матчҡа ковидҡа ҡаршы вакцинация тураһындағы сертификаты йәки алты айҙа ошо сирҙе үткәреүе тураһындағы белешмә ҡағыҙы булған кешеләр генә индерелә; сараны үткәреүгә йәлеп ителгән бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең дә ошондай уҡ документы булыуы мотлаҡ; Башҡортостандың Спорт министрлығы сараны үткәреү тураһындағы ҡарарҙы республика буйынса баш дәүләт санитария табибы менән килешеп ҡабул итергә тейеш;  сараны ойоштороусылар был талаптарҙың үтәлешенә контроль булдырырға тейеш.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147592.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас