

Һандарға килгәндә, былтыр 14 лицензия бирелгән, 2021 йылда – 23. Йүнәлештәренә килгәндә, терапия, неврология, кардиология анестезиологии и реаниматология профилдәре буйынса көндөҙгө стационарҙар һаны артҡан, сөнки тап ошо өлкәләрҙә ихтыяж юғары, тип билдәләй республика һаулыҡ һаҡлау министрлығыны лицензиялау бүлеге етәксеһе Эльвира Тәхәүетдинова.
Ғөмүмән, Лицензияларҙың берҙәм реестрында әлеге ваҡытта көндөҙгө стационарҙа медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтеүсе 200 учреждение теркәлгән, уларҙың 107-һе – дәүләткә, 91-е – шәхси, икәүһе башҡа милек төрөнә ҡарай.
Һаулыҡ һаҡлау министрылғы лицензия юллағанда һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, консультациялар уҙғара, шулай уҡ “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратырға мөмкин. Был хаҡта министрылыҡтың сайтында тулы мәғүмәт бар.
Әлеге ваҡытта лицензияны ҡабаттан юллау 19 көнгә тиң. Законға ярашлы, был ғәмәлгә утыҙ көн бирелә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53552
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.