Сәләмәт булайыҡ
18 Ноябрь 2021, 16:00

Уларҙы ауыр юлдар саҡыра...

Ун "Ашығыс ярҙам" ҡайһы яҡтарға ашыҡты? 

Уларҙы ауыр юлдар саҡыра...Уларҙы ауыр юлдар саҡыра...
Уларҙы ауыр юлдар саҡыра...

Бөгөн, 18 ноябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ун медицина учреждениеһына УАЗ шассиһында эшләнгән "Ашығыс ярҙам" автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙы.

– Матур йоланы дауам итеп, төбәктең социаль өлкәһе учреждениелары автопаркын даими яңыртып торабыҙ. Был - ҡаланың йәмәғәт транспорты, мәктәп автобустары, махсус медицина машиналары һәм башҡа техника, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн тапшырғандар – бөтә ерҙә лә йөрөй алған Ульянов автозаводы машиналары. Шуға күрә уларҙы башлыса райондарға ебәрәбеҙ. Улар урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә һәйбәт мөмкинлек булыр тип ышанам.

Был машиналарҙы федераль бюджет иҫәбенә алғандар. Улар иң ауыр юл шарттары өсөн тәғәйенләнгән. "УАЗ"дарҙы хеҙмәтләндереүе лә еңел, дөрөҫ итеп ҡарағанда, күп йыл хеҙмәт итәсәктәр.

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе ҡарап сыҡты. Улар медицина ярҙамы күрһәтеү һәм сирлеләрҙе транспортировкалау өсөн кәрәкле бар ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Салонда дефибрилляторҙар, электрокардиографтар, портатив пульсоксиметрҙар, үпкәне яһалма елләтеү өсөн аппараттар, ҡанда глюкоза концентратын экспресс-үлсәгестәр бар.

Был яңы техника Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Сибай ҡалалары, Дәүләкән, Белорет, Мәсәғүт, Нуриман, Благовещен, Бөрө үҙәк район дауаханалары автопаркын тулыландырасаҡ.

2021 йыл башынан һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы буйынса республикаға 23 ашығыс медицина ярҙамы һәм медицина персоналын ташыу өсөн 77 еңел машина килгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ҡыуаныслы ваҡиға менән социаль селтәрҙәрҙә лә уртаҡлашты. Ул алынған ун автомобилдең мөмкинлектәре, уларҙың ҡайҙа йүнәлгәне тураһында яҙҙы.

“Барыһына ла – медицина белгестәренә, водителдәргә, хеҙмәтләндереүсе персоналға эштәре, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарағаны, һөнәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – кешеләрҙең һаулығын һаҡлау. Һеҙҙең эш өсөн артабан да лайыҡлы шарттар булдырасаҡбыҙ, кәрәкле ҡорамалдар, транспорт менән тәьмин итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас