

Бөгөн Башҡортостандың Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә идара итеү үҙәге матбуғат туры ойошторҙо. Унда журналистарға үткер коронар синдромдан яфаланған пациенттарға oнлайн тәртиптә медицина ярҙамы ҡайһылай үткәрелеүен, дистанцияла электрокардиограмманың (ЭКГ) нисек булыуын, тәүлек әйләнәһенә телемедицина консультацияһы уҙғарыу барышын күрһәттеләр.
“Беҙҙең министрлыҡ мәғлүмәт яғынан халыҡ өсөн асығыраҡ була бара, һаулыҡ һаҡлау тармағындағы хәл-торошто яҡындан күрһәтеү маҡсатында матбуғат турҙарын даими үткәрергә ҡарар иттек, – тине республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Һеҙ, журналистар, әле Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә идара итеү үҙәге буйлап экскурсияла яңы берҙәм системаның нисек эшләүен асыҡ күрҙегеҙ. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының иң әһәмиәтле йүнәлештәренең береһе – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш. Был ауырыу – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем осраҡтарына иң йыш алып килгәне, шуға күрә был үҙәктең эшенә ҙур иғтибар бирәбеҙ, һөҙөмтә – кинәт әжәл ҡурҡынысы аҫтында булып та, иҫән ҡалған кешеләрҙең артыуы. Беҙҙең тәжрибә менән илдең башҡа төбәктәренән дә килеп танышалар.
Был үҙәк йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре буйынса юғары һәм үтә юғары хәүефтә булған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеүгә идара итеү маҡсатында булдырылған. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау тармағын мәғлүмәтләштереүҙә Рәсәйҙең алдынғы төбәге иҫәпләнә. Барлыҡ медицина ойошмалары берҙәм системала эш итә. Уның нигеҙендә видеэлемтә аша дистанцияла консультация биреү, мәғлүмәттәрҙе үҙәкләштереп һаҡлау һәм башҡа йүнәлештәр һөҙөмтәлелеген күрһәтте.
Автор фотоһы.