Сәләмәт булайыҡ
19 Ноябрь 2021, 07:37

“Аҡылһыҙлыҡ эпидемияһы” түгелме был?..

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһын йоҡтороу, үлем осраҡтары көн дә яңы рекорд ҡуя. Ауыр эпидемиологик хәл һөҙөмтәһендә илдә аҙналыҡ ял көндәрен иғлан итергә мәжбүр булдылар.

Кешеләрҙең прививка ҡа­ҙа­тырға ашыҡмауы, санитария талаптарын һанға һуҡ­мауы – ғәжәпләнерлек хәл. Былай барһа, коронавирус­тан тиҙ арала ҡотолоу, ҡасан ғәҙәт­тәге хәлгә ҡайтырыбыҙ билдәһеҙ. Табиптар был хаҡта нимә уйлай?

“Ғаилә” клиникалары сел­тәре директоры Павел Бранд кешеләрҙең еңел аҡыл­лы­лығына, ковид госпитал­дәрендәге хәлгә ышанмай ҡарауына аптырай. “Имеш, беҙ халыҡты ҡурҡытабыҙ, беҙҙең әйткәндәр бары фейк, дөрөҫлөктөң был тиклем ҡурҡыныс булыуы мөмкин түгел. Ысынлап та, кемдер һеҙҙе ҡурҡытыр өсөн хәбәр­ҙәрҙе уйлап сығара, тип уйлайһығыҙмы? Ай һайын илдә Шатура ҙурлығындағы ҡала халҡы юҡҡа сыға, ни өсөн шуны һиҙмәйһегеҙ?

Ҡасандыр “донъяла иң күп уҡыусы ил” булып иҫәпләнгән Рәсәй халҡының һанай бел­мәүенә ышана алмайым. Дар­вин, ысынлап та, гений булған, уның тәбиғи һайлап алыу тураһындағы тәғлимәте дөрөҫтөр, уны еңеп булмаҫ. Курт Тухольскийҙың бынан 90 йыл элек әйткән бары­быҙға таныш һүҙҙәре иҫкә төштө: “Бер кешенең үлеме – һәләкәт. Йөҙәрләгән мең ҡорбан – статистика”. Ахыры, 90 йыл эсендә бер ни ҙә үҙгәрмәгән...”.

Әлбиттә, табип был үке­нес­ле һүҙҙәрҙе аптыраған көндән яҙа, бөтә донъяға ябырылған бәләнән ҡотолоу өсөн берҙәмлектең булмауы уны бик борсой. Арабыҙҙа ысын­барлыҡты күрә һәм баһалай белгәндәр барыбер күберәк, үҙебеҙҙе һәм яҡын­дарыбыҙҙы һаҡларға тыры­шайыҡ.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас