

Үҙ белдегең менән коронавирустан дауаланыу – һәләкәт, тип иҫәпләй терапевт, Р. Ходанова исемендәге Иммунокоррекция үҙәгенең генераль директоры Людмила Лапа.
“Һәр дауалау осрағында аҙналыҡ “тәҙрә” була, дөрөҫ дауалағанда кеше тиҙерәк һауыға. Аҙаҡ сир барышы һуҙыла, иммунитет көсһөҙләнә, интоксикация көсәйә. Ҡайһы саҡта кешеләр ун көн буйы ауырығандан һуң ғына табипҡа мөрәжәғәт итә, был саҡта көрсөк башланған була инде, тиҙ һауығыу мөмкин түгел. Үҙ белдегең менән дауаланырға тырышыу һәләкәткә тиң, организмдың реакцияһын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын”, – ти терапевт. Температура күтәрелеү менән шул уҡ көндә мотлаҡ табипты саҡыртырға йәки мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип кәңәш итә табип.
“Ә беҙ ни эшләйбеҙ? Тамаҡты сайҡатҡан, вирусҡа ҡаршы дарыуҙар эскән булабыҙ. Дауалау дөрөҫ билдәләнмәһә, иммун системаһының реакцияһы нисек булырын, ковидтан һуң синдромдың нисек үҫешәсәген тоҫмаллауы ауыр. Өҙлөгөүҙәрҙең айҙарға һуҙылыуы, баш ауыртыуы, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенең боҙолоуы, бөйөрҙәр йәрәхәтләнеүе, быуындар һыҙлауы ихтимал. Быларҙың барыһы ла – дауалап бөтмәгән ковид эҙемтәләре”, – тип аңлата табип. Уның фекеренсә, коронавирусҡа ҡаршы көрәштә вакцина яһатыу иң мөһиме, ул үҙенсәлекле иммун терапияһына бәрәбәр. Сирҙе йоҡторған хәлдә лә, организмдағы антиесемдәр һеҙҙе нығыраҡ һаҡлаясаҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА