

Онкология сире менән ауырыған ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау буйынса ”Химия булды, әммә беҙ айырылыштыҡ” Бөтә Рәсәй проекты республиканың гүзәл заттарын фотосессияла ҡатнашырға саҡыра.
Проект, фототерапияны психологик ярҙам булараҡ файҙаланып, онкология сирле ҡатын-ҡыҙҙарҙы уңышлы дауалауҙы һәм реабилитацияға булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Кампанияның маҡсаты онкология диагнозы ҡуйылған кешеләрҙә ҡалыптарҙы һындырыу һәм ҡурҡыуҙан арындырыуға, йәмғиәттә ауырыуҙарға ҡарата рәхимлек, миһырбанлыҡ тойғоларын уятыуға йүнәлтелгән. Ваҡытында асыҡланған яман шеш сире уңышлы дауалана.
Проекттың беренсе сессияһы декабрь айында үткәрелә. Ҡатнашыу өсөн үҙең тураһында яҙманы проект сайтына ебәрергә кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, фотосессия онкология сиренә дусар кешеләрҙе социализациялауға мөһим өлөш индерәсәк, уларҙың психологик торошон яҡшыртасаҡ, дауаланырға дәртләндерәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең һаулығына иғтибарлыраҡ булырға өйрәнер, әлеге ваҡытта дауаланған аҫыл затта өмөт утын ҡабындырыр өсөн дә ярҙам итер, тигән ышаныс бар. “Моя фототерапия” сайтында ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең яҙмышына төшкән һынауҙарҙы үтеүе, дауаланыу саралары менән уртаҡлаша, кәңәшләшә ала.
Динә АРЫҪЛАНОВА