Сәләмәт булайыҡ
19 Ноябрь 2021, 07:29

Перәниге лә, ҡамсыһы ла файҙаға...

op.bashkortostan.ruop.bashkortostan.ru
Фото:op.bashkortostan.ru

Республика Йәмәғәт палатаһы яңыраҡ видео-конференция рәүешендә үткән “түңәрәк өҫтәл”гә байтаҡ вазифалы етәкселәрҙе, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, әүҙемселәрҙе, журналистарҙы йыйып, коронавирус инфекцияһы таралыуын булдырмау буйынса саралар тураһында фекер алышты.

Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов әйтеүенсә, пандемия темаһы бары­быҙҙы ялҡытһа ла, әлегә ул беҙҙе үҙенән алыҫ ебәрмәй. Ысынлап та, көн һайын кеше­ләрҙең сирҙе йоҡтороуы, тиҫтәләп вафат булыуы, яҡындарыбыҙ араһындағы юғалтыуҙар, фажиғәләр бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай, шуға күрә мәкерле сирҙең таралыуын туҡтатыуға бәйле һәр һорау, эшлекле кәңәш, тәҡдим бик мөһим.

“Эйе, хәлде яҡшы беләбеҙ, шуға күрә һеҙҙән халыҡ менән эшләү, аңлатыу эштәрен алып барыу буйынса кәңәштәрегеҙҙе ишеткебеҙ килә”, – тине Рәмил Нәсибулла улы, видео-конференцияла ҡатнашыусыларға һүҙҙәрен төбәп. Тәүге сығыш яһаусы онколог, медицина фәндәре докторы, Йәмәғәт палатаһының комиссия рәйесе урынбаҫары Камил Ганцев халыҡты үҙ өлгөңә эйәртеү өсөн ышандырыу көсөнөң әһәмиәте хаҡында һөйләне. “Мин сирҙе үткәрҙем, уның ниндәй мәкерле икәнлеген яҡшы беләм. Шәхси миҫалымда ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеген яҡындарыма күрһәттем, һис икеләнмәй прививка яһаттым. Бөтә туғандарым да вакцина ҡаҙатты, ышандырыу көсө ҡеүәтле ул, барығыҙға ла уны ҡулланыуҙы теләйем”, – тине табип.

“Суд эксперты” йәмғиәте директоры, Йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫары Евгений Мельников Башҡортостан Башлығы Указына индерелгән һуңғы үҙгәрештәрҙе тәүҙә өнәмәгәнен, аҙаҡ мәсьәләне төптән анализлап өйрәнгәндән һуң уның бик ваҡытлы көнүҙәк сара булыуын аңлағанын һөйләне. Йәмғиәттең бөтә кимәлендә аңлатыу эштәре алып барыуҙың мөһимлеге хаҡында һүҙ етерлек булды. “Ышандырыу көсө һәм мәжбүр итеү сараларын берҙәй ҡулланырға кәрәклеген хәҙерге тормош шарттары талап итә.

Педагогтарыбыҙ вакцина яһатыуға аңлы рәүештә килде. 80 проценты прививка эшләтте, балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең – 90 проценты, өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең 88 проценты прививкалы. Мәктәптә балалар менән күҙгә-күҙ ҡарашып, аралашып белем биреүҙең ниндәй ҙур байлыҡ икәнен пандемия аңлатты”, – тине сығышында мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин.

Республикала һуңғы көндәрҙә вакцина яһатыу темпы артһа ла, 60 йәштән өлкәндәргә прививка эшләтеүҙең һүлпән барыуы борсой. Айырым һөнәр кешеләре өсөн мотлаҡ вакцина яһатыуҙы хуплап сығыш яһағандар ҙа, аҙналыҡ ял көндәренең сир таралыу сылбырын өҙәсәгенә ышаныс белдереүселәр ҙә булды. Хәйер, кешене ышаныс һәм өмөт йөрөтөүе билдәле. Тимәк, ғәҙәттәге тормошҡа ҡайтыу өсөн, бөтә кеше бер булып, санитария ҡағиҙәләрен үтәргә, вакцина яһатырға тейеш.

Әлегә һынауҙар аша, төрлө ысулдарҙы һынай-һынай, сикләү сараларын индереп, коронавирус таралыуын еңергә тырышабыҙ. Яңылышлыҡтар ҙа, етешһеҙлектәр ҙә булыуы ихтимал, быныһын инде пандемияны еңгәс, анализларбыҙ, баһаларбыҙ. Хәҙергә мәкерле сирҙе ауыҙлыҡлау өсөн ҡулдан килгән бөтә сараларҙы ла күреү яҡшы. Перәниге лә, ҡамсыһы ла берҙәй файҙалы.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас