

Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ рәүештә QR-кодтарҙы файҙаланыу тураһындағы закон проекты буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Әле ул Рәсәй Хөкүмәте тарафынан эшләнде һәм Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелде. Әгәр уны ҡабул итһәләр, бөтә ил буйынса күп кешеләр ҡатнашҡан сараларға, мәҙәнәит учреждениеларына, йәмәғәт туҡланыуы урындарына һәм магазиндарға тик ковидҡа ҡаршы яһалған прививка йәки сирҙе үткәреү тураһындағы документ, йәки вакцинацияға медицина ҡаршылығы тураһындағы QR-код булғанда ғына барырға мөмкин буласаҡ. 1 февралгә тиклем шулай уҡ кире һөҙөмтәле ПЦР-тест та күрһәтергә була.
Сикләүҙәр балаларға һәм үҫмерҙәргә, дарыухана һәм аҙыҡ-түлек магазинына барыуға ҡағылмаясаҡ. Шулай уҡ вакцинация тураһындағы сертификат самолет һәм поездарға билет алған саҡта ла кәрәк буласаҡ. Айырып алғанда, был документтар халыҡ-ара һәм ҡала-ара рейстарҙа мотлаҡ кәрәк буласаҡ. Билет һатҡанда QR-кодты тикшереү Хөкүмәт билдәләгән датанан башланасаҡ. Закон 2022 йылдың 1 июненә тиклем ғәмәлдә булыр тип күҙаллана.
QR-код — коронавирус менән көрәштә хәүефһеҙлек сараларының логик дауамы, тигән фекерҙә СПИД һәм йоғошло ауырыуҙар үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров.
“Вакцинация эшләткәндәр һәм сирҙе үткәргәндәр өсөн QR-кодтар индереү һәм файҙаланыу әлеге ваҡытта иң логик һәм айыҡ ҡарар тип иҫәпләйем. Беренсенән, был коронавирус таралыуын сикләйәсәк, һәм бәлки вирусты кешенән кешегә тапшырыу сылбырын тулыһынса өҙә алыр. Икенсенән, был сикләүҙәр халыҡты вакцинациялау билдәле бер кимәлгә (юғары, тик оптималь булмаған) етмәй тороп ғәмәлгә индерелмәне, был иҡтисадты емереүгә юл ҡуймаясаҡ. QR-кодтар медицина хеҙмәткәрҙәренә лә кәрәк. Улар ҡай саҡ дауалау тактикаһын билдәләү өсөн сир билдәләре булған пациенттың һүҙенә ышана.“
Димдәге ковид-госпиталдең шәфҡәт туташы Альбина Шәйхлисламова фекеренсә, QR-кодтар индереү локдаунға ҡарағанда еңелерәк сара.
“QR-кодтар бик кәрәк. Улар кешеләрҙең күпләп йыйылған урындарында файҙаланыла, беҙгә инфекция таралыуын кәметергә кәрәк. Был локдаун индереүгә ҡарағанда күпкә еңелерәк сара. Бөтә кешеләрҙең дә йөрөүен һәм әүҙем тормошон сикләгәнсе, ил вакцинацияны һайлаған кешеләргә нормаль тормошҡа ҡайтыуҙы тәьмин итә. Ә прививка эшләтмәгән кешеләр үҙҙәренә үҙҙәре локдаун ойоштора һәм ғәҙәти тормош алып барыу мөмкинлеген сикләй”, – ти ул.
Башҡортостанда сикләүҙәр 2021 йылдың 4 октябренән индерелде. Төбәк Башлығы указына ярашлы сауҙа үҙәктәре, гипермаркеттар, күңел асыу биналары, мәҙәниәт учреждениелары, спорт клубтары, кафе һәм ресторандар, ҡала-ара рейстарға билет алған саҡта вакцинация тураһында сертификат йәки сирҙе үткәреү тураһындағы белешмә кәрәк. 1 декабрҙән ҡунаҡханаларға шулай уҡ ошо документтар һәм прививка яһатыуға ҡаршы белешмә һәм кире ПЦР-тест кәрәк.
Рәсәйҙә эпидемия ваҡытында туғыҙ миллион самаһы кеше зарарланды, уларҙың 252,9 меңе һәләк булды. Башҡортостанда 100 мең самаһы кеше сир йоҡторған, өс меңдән ашыуы үлгән.
Фото: russian.rt.com