

Башҡортостан кешеләре 16 ноябрҙән алып QR-код һәм вакцинация сертификаты йәки COVID-19 менән сирләү белешмәһен ҡағыҙ вариантта ала аласаҡ. Быны теләһә ҡайһы Күп функциялы үҙәк офисында эшләргә була. Уның өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында яҙылырға кәрәкмәй. Үҙең менән паспорт, полис, СНИЛС һәм инглиз телендәге экземпляр кәрәк булһа сит ил паспорты алып барыу кәрәк. Яҙма ышаныс ҡағыҙы булһа, уны башҡа кешегә лә бирә алалар.
Был яңылыҡ тураһында Республикаға идара итеү үҙәгенең тура эфирында Күп функциялы үҙәк вәкилдәре һөйләне.
“Беҙ баҫтырып биргән сертификатта вакцинация ваҡыты һәм препарат исеме ҡуйылмай. Тик QR-код, шәхси мәғлүмәттәр һәм сертификат булдырылған көн генә күрһәтелә. Кеше өсөн иң мөһиме – документтың һул яғында урынлашҡан QR-код. Күп функциялы үҙәктә бирелгән сертификатҡа печать ҡуйылмай һәм берҙән-бер данала бирелә. Шуға күрә граждандың сертифкатты үҙаллы баҫтырып алыу мөмкинлеге булһа, Күп функциялы үҙәккә барырға кәрәкмәй. Шулай уҡ хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә ҡуллана белгәндәр өсөн дә сертификатты баҫтырып алыу кәрәкмәй, йәмәғәт урындарына барыу өсөн QR-кодты мобиль телефондан күрһәтеү етә”, – тине кадрҙар әҙерләү буйынса төп инженер Светлана Батюкина.
Был хеҙмәтте теләгән һәр кем, шул иҫәптән илдә булырға рөхсәт ҡағыҙҙары булған сит ил граждандары ла ала ала. Алдан яҙылырға кәрәк түгел.
“Күп функциялы үҙәктә сертификатты ике юл менән баҫтырырға була. Әгәр Дәүләт хеҙмәттәренә инә алмаһығыҙ, ғаризалар ҡабул итеү тәҙрәһендә баҫтырып бирәсәктәр. Ә порталдағы шәхси битегеҙҙән пароль һәм логинды белһәгеҙ, сертификатты үҙаллы баҫтырырға мөмкин. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре ярҙам итәсәктәр”, – тине уҡытыу бүлеге начальнигы Александра Порошина.
Ҡағыҙ сертификаттарҙы баҫтырыу хеҙмәтенә әле ихтыяж бик ҙур, сөнки бөтә кешеләр ҙә, айырыуса өлкән йәштәгеләр интернетҡа инә алмай. Быны статистика ла күрһәтә. Яңы ҡағиҙәләр ғәмәлдә булған өс көндә республиканың Күп функциялы үҙәктәренә 3279 кеше мөрәжәғәт итеп, сертифакатын баҫтырыуҙы һораған. 1836 кеше – 60 йәштән өлкәнерәк.
Әгәр хеҙмәтте күрһәткән саҡта вакцинация яһатҡан кешенең сертификаты йәки сирҙе үткәреү тураһындағы мәлүмәттәре булмай сыҡһа, сертификатты баҫтырып булмаясаҡ. Был осраҡта гражданға прививка яһатҡан медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итергә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталына яҙып хата тураһында хәбәр итергә кәрәк.
Шуныһы, вакцинация тураһында сертификат һәм QR-кодтар оҙаҡламай бөтә ерҙә лә тиерлек кәрәк буласаҡ. Коронавирус сикләүҙәре ҡатыраҡ була бара. Рәсәй Хөкүмәте Дәүләт Думаһына йәмәғәт урындарында мотлаҡ рәүештә QR-кодтар файҙаланыу тураһындағы закон проекты әҙерләп индергән. Ул, яҡынса 2022 йылдың 1 июненә тиклем ғәмәлдә булыр тип күҙаллана.
Фото: chastnik-m.ru