

Әлшәй, Шишмә, Саҡмағош, Өфө райондарында коронавирустан вакцинация планы - 100, Кушнаренкола 99,6 процентҡа үтәлгән.
Бөгөн Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһынан прививканың беренсе компонентын 1 866 367 кеше һалдырған. Был - өлкән кешеләрҙең 60,1 проценты (пландың 75,1 проценты). Икенсе компонентты 1 584 079 граждан (пландың 63,8 проценты) яһатҡан.
Антилидерҙар булып Октябрьский, Сибай, Межгорье, Бөрө, Белорет һәм Бөрйән тора. Сирләү кимәле әле һаман юғары булып ҡала.
Гүзәл Мәжитова, Әлшәй районы Аксенов ауылы советының Ҡайраҡлылағы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры:
– Бөгөнгә ҡарата Ҡайраҡлы ауылында коронавирусҡа ҡаршы халыҡтың 97 проценты прививка яһатты. Баштан алып мин ауылдаштар менән вакцинация кәрәклеге тураһында һөйләшеүҙәр алып барҙым. Сирҙең көсәйгәнен күргәс, кешеләр үҙ һаулығы тураһында ҡайғырта башланы. Мин дә вакцина һалдырҙым, сөнки көн һайын халыҡ менән эшләйем – профилактик тикшереүҙәр, прививкалар, балалар һәм йөклөләрҙе ҡарау, саҡырыуҙар буйынса эш – былар ауыл фельдшерының көндәлек эше. Эпидемиологик хәл тотороҡло булмағас, кешеләргә профилактика һәм вакцинацияның мөһимлеге тураһында һөйләйем.
Радик Ғәлимов, Шишмә үҙәк район дауаханаһының баш табибы:
– Вакцинация буйынса пландың маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеү – был бөтә хеҙмәткәрҙәр, район хакимиәтенең команда эше һөҙөмтәһе. Әммә тәү сиратта халыҡ менән туранан-тура бәйләнештәге участка терапевтары һәм фельдшерҙар ҡаҙанышы. Яңы коронавирус инфекцияһының килеүе уларҙың эшен ныҡ ҡатмарлаштырҙы. Участка терапевтарының көсөргәнеше күп тапҡыр артты. Көн дауамында уларға тиҫтәләгән кеше мөрәжәғәт итә. Бынан тыш, терапевт диспансерлаштырыу, профилактик тикшереүҙәр, санитар-аңлатыу эше, прививка һалыу менән шөғөлләнә. Яңы коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында, әлбиттә, табип-терапевттар тора. Улар был сирҙең ауырлығын күрә, вакцинацияның ни тиклем мөһим икәнлеген аңлай.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.