Сәләмәт булайыҡ
19 Ноября 2021, 11:00

“Вакцинанан түгел, сирҙән ҡурҡырға кәрәк”

42 йәшлек ҡатын коронавирус менән сирләгән әхирәте янына махсус рәүештә ирен һәм ике балаһын эйәртеп ҡунаҡҡа бара...

“Вакцинанан түгел, сирҙән ҡурҡырға кәрәк”“Вакцинанан түгел, сирҙән ҡурҡырға кәрәк”
“Вакцинанан түгел, сирҙән ҡурҡырға кәрәк”

Коронавирус тирәләй таралған уйҙырмалар, ялған хәбәрҙәр хәҙер бер кемде лә аптыратмай, кеше барыһына ла күнегә һәм иғтибар итмәй башлай. Ысынбарлыҡ барыһын да үҙ урынына ҡуя. Республика  йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһының 7-се бүлексә мөдире Әлиә Әҡбәрова  һорауыбыҙға  яуап бирҙе.

–Ҡайһы берәүҙәр прививка яһатҡансы, ауырыуҙы үткәргәнең яҡшыраҡ, тип раҫларға маташа. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

– Быныһы иң хәүефле уйҙырма. Яңыраҡ матбуғат баҫмаларында бер ваҡиға буйынса дәррәү фекер алышыу барҙы. 42 йәшлек ҡатын коронавирус менән сирләгән әхирәте янына махсус рәүештә ире һәм ике балаһын эйәртеп ҡунаҡҡа бара. Маҡсаты – сирҙе йоҡтороп, уны еңел формала үткәреү.  Һөҙөмтә бик аяныслы. Ире һәм өлкән балаһы, ысынлап та, сирҙе еңелсә үткәрә. Бәләкәй ҡыҙы реанимацияға эләгә, ә ҡатын вафат була.

Был хаҡта ишеткәс, ышана алманым. Аҡылы булған кеше шундай аҙымға барамы ни? Әгәр инфекциянан һаҡланырға мөмкинлек бар икән, унан файҙаланырға тырышығыҙ! Бер кем дә сирҙең нисек үтәсәген күҙаллай алмай. Хатта ул еңелсә башланһа ла, сирҙең пневмонияға әүерелеүе, өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килтереүе ихтимал.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас