

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәрҙе. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һуңғы һандар менән таныштырҙы.
Башҡортостанда инфекцияны йоҡторған кешеләр һаны 101 меңгә етте. Һуңғы тәүлектә – 675 яңы осраҡ.
– Сирлеләрҙең 7220-һе амбулатор дауа ала, 637 кеше дауаханала ята. 113 кешенең хәлен табиптар ауыр тип баһалай, улар интенстив терапия бүлексәһенә күсерелгән, – тине Максим Забелин.
Министр белдереүенсә, сирләгәндәрҙең 89 проценты – 89868 кеше һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә – 666.
Бөгөн республикала йоғошло сирҙәр менән ауырығандарға 4 мең урын әҙерләнгән. Уларҙың 78 проценты биләнгән.
Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививкалар һалдырыу ҙа дауам итә. Вакцинаның беренсе компонентын тейеш халыҡтың 76 проценты яһатҡан. Был – 1 миллион 889 939 кеше. Тулыһынса вакцинацияны 65 процент тамамлаған, ул – 1 миллион 616 000 кеше.
Фото: Яндекс.Новости