Сәләмәт булайыҡ
22 Ноябрь 2021, 04:00

Мөғжизә тыуҙыра

Укроп, бал һәм валериан тамыры (бесәй йәки дарыу үләне) - өсөһө бергә...

Мөғжизә тыуҙыраМөғжизә тыуҙыра
Мөғжизә тыуҙыра

Укроп, бал һәм валериан тамыры (бесәй үләне) - өсөһө бергә мөғжизә тыуҙыра.


Билдәле булыуынса, йылдар үтеү менән ҡан тамырҙары бысрана. Уларҙың стенаһына органик булмаған тоҙ ултыра, бер ниндәй ҙә сара күрмәгәндә, бының атеросклероз барлыҡҡа килеүгә, ҡан әйләнеше боҙолоуына, ҡан баҫымы күтәрелеүгә һәм варикоз сиренә сәбәп булыуы мөмкин. Шуның өсөн дә ҡан тамырҙарын даими таҙартып тороу, иҫкәртеү сараһы үткәреү бик мөһим.


Ысулдар күп. Беҙ өй шарттарында еңел әҙерләнгәнен тәҡдим итәбеҙ. Шифалы төнәтмә әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ:
100 грамм укроп орлоғо
2 ҡалаҡ онталған валериан үләне тамыры
2 литр ҡайнар һыу
2 ҡалаҡ бал.


Әҙерләү: укроп орлоғон һәм онталған дарыу үләнен (валериан тамырын) бутап, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ул 40 градусҡаса һыуынғас ике ҡалаҡ бал ҡушып болғатабыҙ. Төнәтмәне быяла банкаға һалып, тышынан яҡшылап төрөп, бер көн ултыртып ҡуйырға кәрәк була.


Ҡан тамырҙарын таҙартыу ниәтендә шифалы эсемлекте ашарҙан ярты сәғәт алдан бер ҡалаҡ ҡабырға. Дауаланыу ваҡыты - 20 көн. Шунан ун көн туҡтатып торорға ла курсты тағы ҡабатларға.


Дауаланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмайыҡ!


Фото:redbody.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас