

Үтә ябыҡ, мәңге хәлһеҙ йөрөгән апай бар ине. Ул “тәнемдә паразиттар күбәйгән тиҙәр, ә дарыуҙарҙың файҙаһы күренмәй” тип йыш зарланды.
Уның шулай тиеүенән тән зымбырлап китә торғайны. Ысынлап та, ишеткән бар, кеше организмындағы теләһә ниндәй ҡорттар хатта онкология сиренә алып барып еткерә. Уларҙың йомортҡалары тән ағзаларын серетә һәм шул урында шеш барлыҡҡа килә.
Әлеге коронавирус ҡоторған пандемия осоронда ул апай бөтөнләй күренмәне. Башҡа әллә ниндәй уйҙар инде. Кеше бөгөн бар, иртәгә юҡ заман бит...
Ошо көндәрҙә күрҙем. Бөтөнләй башҡа кеше булған! Кәүҙәһе тулыланып, матурайып, йөҙө йәшәреп киткән. “Йүнәлдем бит, йүнәлдем! Халыҡ медицинаһы ысулын өйрәткәйнеләр. Ярты йыл эсендә кеше булдым. Әле лә ваҡыты-ваҡыты менән профилактика өсөн эсеп алам”, – тине.
Уның нимә менән дауаланыуы ҡыҙыҡһындырамы?
50 грамм гөлбаҙран сәскәһен (пижма), 30 грамм әрем үләндәре, 30 грамм ҡәнәфер (гвоздика) бөртөктәрен термосҡа һалырға. Өҫтөнә ҡайнап торған бер литр һыу ҡойоп, өс-дүрт сәғәт тоторға. Ошо төнәтмәне ике аҙна буйына иртәле-кисле берәр стаканлап эсергә.
Тик был ысулды дауалаусы табип менән кәңәшләшеп кенә ҡулланырға, сөнки теләһә ниндәй дарыу үләндәрен ҡулланыуҙа ла медицина сикләүҙәре бар.
Гүзәл Сәлихова.
Фото: cdn.photosight.ru