

“Ревакцинацияға барырға ине, тик “Спутник Лайт” вакцинаһы юҡ! Ҡасан булыр икән?”
“Ҡулымда – участка терапевынан прививка яһатырға йүнәлтмә ҡағыҙы. “Спутник Лайт” яһатырға ҡушылған. Ә поликлиникала әйтеүҙәренсә, әлегә был вакцина юҡ...”
“Мәләүездә нисәнсе ай инде “Спутник Лайт” вакцинаһы юҡ. Ревакцинация эшләтеп булмай!”
Республикаға идара итеү үҙәге системалары теркәгән коронавирусҡа ҡаршы “Спутник Лайт” вакцинаһының булыу-булмауына ҡағылған ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан яуап бирәләр. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 22 ноябргә төбәккә 78900 доза “Спутник Лайт” килтерелгән. Ул вакцинация пункттарына бүлеп бирелә.
Өфөләге прививка пункттарында теге йәки был вакцинаның булыу-булмауын @BashVaccBot Telegram-ботында тикшерергә мөмкин. Үҙегеҙ өсөн уңайлы вакцинация пунктына эләгеү өсөн ярҙамсы бүлектә ҡаланың районын һәм прививканы һайларға була.
Ике компонентлы “Спутник V” вакцинаһынан айырмалы, “Спутник Лайт”ты бер тапҡыр ғына яһаталар. “Спутник Лайт” әлегә тиклем прививка яһатҡан йәки коронавирус менән ауырыған 18 – 60 йәшлектәр өсөн тәғәйенләнә. Вакцинаны медицина хеҙмәткәре һайларға тейеш.
Табиптар, коронавирустан һаҡланыу өсөн иң ышаныслы сара – ул вакцинация, тип иҫкәртә.
Ковидҡа ҡаршы вакцинация Республикаға идара итеү үҙәге системаларында иң популяр тема булып ҡала. Уҙған аҙнала ғына “Инцидент-менеджмент” һәм Кире элемтә платформаһы аша ошоға бәйле 2539 мөрәжәғәт эшкәртелгән.
Фото: vk.com/wall-201146046_17184
Сығанаҡ: vk.com/wall-201146046_17184