Сәләмәт булайыҡ
23 Ноябрь 2021, 11:00

“Тағы бер ун йыл йәшәр ине...”

Күптән түгел коронавирустан уның 82 йәшлек өләсәһе вафат булған. Сир ғаилә байрамында йоҡҡан. 

“Тағы бер ун йыл йәшәр ине...”“Тағы бер ун йыл йәшәр ине...”
“Тағы бер ун йыл йәшәр ине...”

Һуңғы йылдарҙа бығаса ситен тойолған битлектәр, зарарһыҙландырыусы матдәләр, QR-код кеүек ғәмәлдәр ҡәҙимге күренешкә әүерелде. Коронавирустың үлемесле статистикаһына ла битарафыраҡ булып барабыҙ хәҙер: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтырғы кеүек борсолоу юҡ. Әммә аяныслы хәл яҡындарыңа килеп ҡағылһа, ҡурҡыу тойғоһо кинәт уяна шул.

Бүздәк районында йәшәгән Карина түбәндәгеләрҙе бәйән итте. Күптән түгел коронавирустан уның 82 йәшлек өләсәһе вафат булған. Сир ғаилә байрамында йоҡҡан. Башҡалар йүнәлһә лә, оло кеше сирҙе кисерә алмаған.

Карина фекеренсә, ғаилә ағзалары баштан уҡ вакцина яһатыу тураһында хәстәр күрһә, фажиғә булмаҫ ине. “Үкенесле – ваҡытында өләсәйҙе вакцинациялауға алып бармағанбыҙ. Әлбитә, был ғаилә байрамынан һуң күптәр фәһем алды, туғандар араһында прививка ҡаҙатырға барыусылар ҙа күп булды, тик ни эшләп быны яҡын кешебеҙҙе юғалтҡас ҡына аңланыҡ икән?” -ти ул.

Ҡыҙҙың өләсәһе тәүҙә өйҙә сирләп ятҡан, хәле хөртәйгәс, дауаханаға оҙатҡандар. Бер нисә көн реанимацияла булған, үпкәләге елһенеү майҙаны ҙурая барған. Үҙен бер аҙ яҡшыраҡ тоя башлаһа ла, икенсе көнгә хәле кинәт насарайып киткән. Коронавирустың үҙенсәлеге шунда: уның ағышын күҙаллауы ҡыйын. Бөгөн һин дә мин һөйләшеп ятҡан кеше иртәгәһенә реанимацияға эләгеүе ихтимал.

Карина белдереүенсә, өләсәһе йөрәктең ишемик сире менән дә сирләгән, был хәл коронавирус ағышын тағы ла ҡатмарлаштырып ебәргән.

“Өләсәйем тормошто яратты, хәле лә, һаулығы ла яҡшы ине. Йөрәк ауырыуы ла үҙен һиҙҙермәне. Ваҡытында вакцина яһатҡан булһаҡ, ул былай тиҙ генә яҡты донъя менән хушлашмаҫ, кәмендә тағы бер ун йыл йәшәр ине”, - тип белдерә ҡыҙ.

Фото: rbk.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас