

Ҡәһәрле коронавирус өсөн байрам да, ял да, йәше лә, ҡарты ла юҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡорбандары рәтен киңәйтеүен дауам итә. Шуға ла һаҡ булырға, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡырабыҙ.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 673 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 101 677-гә етте. Һауыҡҡандар – 90 540 (һуңғы тәүлектә 672 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 3 316 (һуңғы тәүлектә – 37), уларҙың 2 945-е - алтмышты уҙған оло кешеләр.
Республика стационарҙарында – 545 кеше, шул иҫәптән 60 йәште уҙғандар һаны 361-гә тиң (дөйөм иҫәптән 77 кеше ауыр хәлдә, уларҙың һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 7 276 сирле дауалана, уларҙың 5 602-һе алтмышты уҙған.
Бер тәүлектә пневмония 145 кешелә асыҡланған, 107 пациент ошо ауырыуҙан шәбәйеп, дауахананан сығарылған.
Башҡортостанда Covid-19-ҙан вакцинациялау планы 2 484 667 кешегә тиң (республикала өлкән йәштәгеләрҙең дөйөм һаны – 3 105 836).
Дөйөм алғанда, республикаға коронавирустан 2 454 788 доза вакцина килтерелгән. Беренсе компонент 1 903 967 кешегә яһалған. Был вакцина эшләтергә тейешлеләр һанының 76,6 проценты. Ике компонент та 1 634 096 кешегә эшләнгән (65,8 процент).
Бер тәүлектә 30 691 граждан вакцина яһатҡан (беренсе компонентты - 13 028, икенсеһен 17 663 кеше).
Республикала алтмышты уҙғандарҙың һаны - 890 387. Улар араһында беренсе компонентты - 483 478, икенсеһен 409 892 кеше эшләткән.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле, аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, дуҫтар.
Фото: sport-express.ru