

“Туймазы хәбәрҙәре” гәзите хәбәр итеүенсә, ошо ҡалала күптән түгел коронавирусҡа бәйле бик тә фажиғәле хәл булған. Был хаҡта урындағы ковид госпиталенең табибы Эльзара Талипова һөйләгән.
– Беҙҙең госпиталгә бер аҙна айырмаһы менән ирле-ҡатынлы ике пациент эләкте. Иргә гипертония һәм үпкәнең 70 процент зарарланыуы тигән диагноз ҡуйылғайны. Ул шунда уҡ реанимацияға оҙатылды. Ә ҡатынының үпкәһендә 50 процент самаһы елһенеү тапҡандар, унан тыш артыҡ ауырлыҡ, диабет, гипертония ише сирҙәре лә бар ине.
Дауаханала улар ай самаһы ятты. Тәүҙә 61 йәшлек ир вафат булды, иртәгәһенә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның артынан 60 ла тулмаған ҡатыны китеп барҙы... Икеһе лә прививка яһатмаған булған. Ә бит төрлө хроник сирҙәр вакцинациялауға ҡаршылыҡ була алмай: ошо ир менән ҡатын әгәр ваҡытында коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатҡан булһа, бында аяныслы хәл, бәлки, булмаҫ та ине, - ти Эльзара Дамир ҡыҙы.
Ул бынан өс йыл элек медицина университетын тамамлаған. Әле алғы сафта коронавирус менән көрәшә, ауыр шарттарҙа хеҙмәт тәжрибәһе туплай. Табип былтыр коронавирус менән күберәк ололар сирләһә, быйыл ауырыусылар араһында йәше лә, ҡарты ла күп булыуын билдәләй.
Иң аяныслыһы – пневмония күп осраҡта үҙен һиҙҙертмәй. Кешенең хәле лә бар, йүтәлләмәй, температураһы юҡ, әммә томография үткәс, үпкәнен зарарланыуы күҙәтелә. Был иһә бер ни тиклем ваҡыттан кешенең хәле кинәт хөртәйеүенә һәм дауалап булмаҫлыҡ хәлгә еткереүе ихтимал.
Эльзара Талипова ауыр хәлдә стационарға эләгеүселәрҙең күбеһе, ғәҙәттә, прививка яһатыуға ҡырҡа ҡаршы булыусылар, тип белдерә. Үҙе иһә ул вакцина барлыҡҡа килеү менән яһатҡан, оло йәштәге атаһы менән әсәһенә лә эшләткән.
– Ковид стационарындағы ауыр хәлде күреп, үҙҙәре лә ҡатмарлы йүнәлеү юлын үткәндәр, ғәҙәттә, дауахананан сыҡҡас, прививка яһатһаҡ буламы, тип һорай. Быны бит алдан уҡ, ошо хәлгә төшмәҫ элек эшләргә кәрәк ине! Үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ өсөн яуаплылыҡ фәҡәт үҙ иңебеҙҙә, - ти Эльзара Дамир ҡыҙы.
Фото: ria.ru