Сәләмәт булайыҡ
24 Ноябрь 2021, 16:00

“Стенаға йәбешеп саҡ сығып китте...”

“Күптән түгел дауаханаға утыҙ йәшлек ҡатын эләккәйне. Юғары температураһы бик оҙаҡ төшмәне, пневмония сәбәпле үпкәһендә елһенеү ҙә көслө ине. Һөҙөмтәлә..."

“Стенаға йәбешеп саҡ сығып китте...”“Стенаға йәбешеп саҡ сығып китте...”
“Стенаға йәбешеп саҡ сығып китте...”

Туймазы районының ковид-госпиталендә эшләгән табип-терапевт Эльзара Талипова, йәш белгес булыуына ҡарамаҫтан, ярайһы тәжрибә тупларға өлгөргән. “Пандемия шарттарында оҙаҡ уйларға һәм һайларға мөмкинлек юҡ – беҙ алғы сафта”, - ти ул.

Белгес коронавирустың ололарҙы ғына түгел, йәштәрҙе лә йәлләмәгәнен аныҡ белә.

“Күптән түгел дауаханаға утыҙ йәшлек ҡатын эләккәйне. Юғары температураһы бик оҙаҡ төшмәне, пневмония сәбәпле үпкәһендә елһенеү ҙә көслө ине. Дауаханала киҫкен фазаны үткәреүгә өлгәштеләр, ниһайәт, ҡатындың хәле саҡ ҡына яҡшырҙы. Әммә ковид - үтә ҡәһәрле сир, тиҙ генә йүнәлеп, элеккесә йүгереп китеп булмай. Ул дауахананан сыҡҡанда ла саҡ тын алып, стенаға йәбешеп тигәндәй китте – реабилитация үтәһе лә үтәһе әле. Әгәр коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатҡан булһа, был тиклем ныҡ ауырымаҫ ине”, - ти табип.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 674  кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 102 351 -гә етте. Һауыҡҡандар – 91 212 (һуңғы тәүлектә 672 кеше өҫтәлгән).

Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 3 347 (һуңғы тәүлектә – 31), уларҙың 2 975-е - алтмышты уҙған ололар.

Республика стационарҙарында – 538 кеше, шул иҫәптән 60 йәште уҙғандар һаны 354-кә тиң (дөйөм иҫәптән 91-е ауыр хәлдә, уларҙың һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 7 254 сирле дауалана, уларҙың 5587-һе алтмышты уҙған.

Бер тәүлектә пневмония 97 кешелә асыҡланған, 99 пациент ошо ауырыуҙан йүнәлеп, дауахананан сығарылған.

Башҡортостанда Covid-19-ҙан 2 484 667 кеше вакцинацияланырға тейеш (республикала өлкән йәштәгеләрҙең дөйөм һаны – 3 105 836).

Дөйөм алғанда, республикаға коронавирустан 2 454 788 доза вакцина килтерелгән. Беренсе компонент 1 917 352 кешегә яһалған. Был - вакцина эшләтергә тейешлеләр һанының 77,2 проценты. Ике компонент та 1 654 225 кешегә эшләнгән (66,4 процент).

Бер тәүлектә 29 851 граждан вакцина яһатҡан (беренсе компонентты - 13 385, икенсеһен - 16 466).

Республикала алтмышты уҙғандарҙың һаны - 890 387. Улар араһында беренсе компонентты - 487 453, икенсеһен 414 527 кеше эшләткән.

Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле, аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ.

Фото: img.gazeta.ru

 

 

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас