

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында медицина ойошмаларына лицензиялар биреү темаһына ҡағылышлы үткән онлайн брифингта ведомство етәксеһе урынбаҫары Ирина Кононова, ағымдағы йылдың туғыҙ айында медицина учреждениеларына 143 яңы лицензия бирелгән, ә 470 документ ҡабаттан юлланған, тип белдерҙе.
Министрлыҡ ойошмаларға һәм йүнселдәргә ярҙам йөҙөнән медицина эшмәкәрлегенә лицензия алыу өсөн документтар әҙерләүҙә ойоштороу-методик булышлыҡ күрһәтә. Бынан тыш, ошо мәсьәлә буйынса ентекле инструкция ла бар, ул ведомствоның рәсми сайтындағы “Лицензиялау” бүлегенә урынлаштырылған.
Әлеге инструкцияла лицензия алғанда йәки уны ҡайтанан рәсмиләштергәндә, медицина эшмәкәрлеген туҡтатҡанда, лицензиялар реестрынан мәғлүмәттәр биргәндә, документтарҙағы хатаны төҙәткәндә ғариза һәм уға теркәлергә тейешле документтарҙы тултырыу тәртибе ентекле аңлатыла, дәүләт пошлинаһын түләү өсөн һылтанмалар бирелә. Унда шулай уҡ бина, медицина ҡорамалдары алыу, тейешле белемгә эйә булған хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә урынлаштырыу, медицина изделиеларын техник хеҙмәтләндереү өсөн кәрәкле документтар исемлеге күрһәтелгән.
Унан тыш, ағымдағы йылдың сентябрендә Рәсәй Хөкүмәтенең лицензия мәсьәләләре буйынса яңы ҡарары донъя күрҙе. Унда медицина хеҙмәтләндереүе төрҙәренең яңы исемлеге раҫланған.
Ошоға бәйле, ҡарар сыҡҡан көнгә тиклем бирелгән лицензияларҙы 2022 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабаттан юллау фарыз (ҡарарҙың ҡушымтаһындағы хеҙмәтләндереү төрҙәренән тыш).
Ҡушымтала һүҙ түбәнге шарттарҙа күрһәтелгән медицина хеҙмәтләндереүе төрҙәре хаҡында бара:
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында лицензия алыу процесына бәйле ”ҡыҙыу линия” эшләй, белгестәр һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
Лицензия биреү тиҙлеге, уларҙы әҙерләгән белгестәрҙең һөнәри оҫталығы арттырылған. Медицина эшмәкәрлеге өсөн лицензия биреү срогы ҡыҫҡарған һәм 19 эш көнө тәшкил итә.
Фото: np-med.ru