Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Ноябрь , 20:30

Лицензия артыуының сәбәбе ниҙә?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре фаразлауынса, XXI быуат уртаһына аш һеңдереү системаһы ауырыуҙары тәүге урындарға сығасаҡ.

Лицензия артыуының сәбәбе ниҙә?

Быйыл республикала, уҙған йыл менән сағыштырғанда, гастроэнтерология өлкәһендә лицензия алған шәхси медицина ойошмалары һаны 30 процентҡа артҡан.

"Йыл башынан Башҡортостанда гастроэнтерология буйынса үҙәк асыуға 23 ойошма яңы лицензия алды, шуларҙың 22-һе - шәхси, береһе муниципаль учреждение, — ти Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге мөдире Эльвира Тәхәүетдинова. - Бөгөн Берҙәм гастроэнтерология буйынса лицензиялар реестрында 213 ойошма эшләй, шуларҙың 49-ы дәүләткә ҡарай, 160-ы — хосуси һәм дүртәүһе башҡа милек формаһы".

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре фаразлауынса, XXI быуат уртаһына аш һеңдереү системаһы ауырыуҙары тәүге урындарға сығасаҡ, был башлыса хәҙерге заман кешеһенең йәшәү рәүеше (стресс, насар туҡланыу, гиподинамия, насар ғәҙәттәр), тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы, туҡланыу рационында сифатһыҙ һәм генетик яҡтан модификацияланған аҙыҡ-түлектең артыуы менән бәйле. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ашҡаҙан-эсәк сирҙәренең кәм тигәндә береһе халыҡтың утыҙ проценттан ашыуында осрай, уларҙың яҡынса 95 проценты гастроэнтерологка күренеүгә мохтаж.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы лицензия алыуҙа бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтә. Лицензиаттарға уңайлы булһын өсөн был мәсьәләләр буйынса мәғлүмәт министрлыҡтың рәсми сайтында урынлаштырылған.

Лицензия биреүҙә методик ярҙам күрһәтеү, лицензиаттарға документтар әҙерләүгә бәйле һорауҙарҙы "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы "ҡыҙыу линия" аша ла бирергә мөмкин.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53692

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова