

Башҡортостанда 65 йәштәге һәм унан өлкәнерәктәр өсөн махсус ойошторолған вакцинациялау пункттары эшләгәне мәғлүм. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Өлкәндәр тураһындағы хәстәр” тип аталған махсус акцияһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Ошондай пункттарҙа 5669 кешегә прививка яһалған, унда өлкән йәштәгеләр сиратта оҙаҡ ултырмаһын, күп кешеләр менән аралашмаһын өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Мельников әйтеүенсә, республикала ошондай 53 пункт эшләй.
“Бөгөн беҙ баш ҡалалағы шундай пункттарҙың береһенә барҙыҡ, аҙна һайын үткәрелеп килгән “Сәләмәт кесаҙна” акцияһында ҡатнаштыҡ. Уның сиктәрендә төрлө медицина белгестәре лекциялар уҡый, файҙалы мәғлүмәттәр менән таныштыра, медицина техникаһы уйнатыла. Унан тыш, һәр өлкән йәштәге кешегә сәләмәтлек йыйылмалары – гигиена һәм һаҡланыу саралары таратыла", - ти Александр Мельников .
Билдәле спортсы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, вакцинациялау үткән өлкәндәр үҙҙәре һәм яҡындары өсөн яуаплылыҡ тоя, тип белдерҙе.
Өлкән йәштәгеләр вакцинациялау пункттары адресын “Берҙәм Рәсәй” партияһының колл-үҙәгенә эш көндәрендә 9 – 18 сәғәттәрҙә 8-800-201-89-03 номерына бушлай шылтыратып белешә ала, ошонда уҡ вакцинациялауға яҙылырға ла мөмкин.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иһә коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 672 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 103023 -гә етте. Һауыҡҡандар – 91923 (һуңғы тәүлектә 711 кеше өҫтәлгән).
Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 3380 (һуңғы тәүлектә – 33), уларҙың 3066-һы - 60-ты уҙған оло кешеләр.
Республика стационарҙарында – 574 кеше, шул иҫәптән 60 йәште уҙғандар һаны 371-гә тиң (дөйөм иҫәптән 100 кеше ауыр хәлдә, уларҙың бишеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 7146 сирле дауалана, уларҙың 5415-е 60-ты уҙған.
Бер тәүлектә пневмония 98 кешелә асыҡланған, 98 пациент ошо ауырыуҙан йүнәлеп, дауахананан сығарылған.
Башҡортостанда Covid-19-ҙан вакцинациялау планы 2484667 кешегә тиң (республикала өлкән йәштәгеләрҙең дөйөм һаны – 3105836).
Дөйөм алғанда, республикаға коронавирустан 2454788 доза вакцина килтерелгән. Беренсе компонент 1934880 кешегә яһалған. Был - вакцина эшләтергә тейешлеләр һанының 77,9 проценты. Ике компонент та 1667185 кешегә эшләнгән (67,1 процент).
Бер тәүлектә 30488 граждан вакцина яһатҡан (беренсе компонентты - 17528, икенсеһен - 12960 кеше).
Республикала 60 йәште уҙғандарҙың һаны - 890387. Улар араһында беренсе компонентты - 492083, икенсеһен 419777 кеше эшләткән.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле, аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, дуҫтар.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.