Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Ноябрь , 23:00

Яңы йылды яҡындарығыҙ менән ҡаршы алғығыҙ килһә....

"Прививка яһатырға, санитар талаптарҙы үтәргә, йәмәғәт урындарында битлек кейергә, һаулыҡ тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк".

Яңы йылды яҡындарығыҙ менән ҡаршы алғығыҙ килһә....

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе һәм Бишбүләк, Баҡалы, Бәләбәй, Федоровка, Белорет райондарында сирләгәндәр айырыуса күп икәнлеген, был төбәктәрҙә прививка яһатыусыларҙың һаны түбәнлеген билдәләне.

Бүздәк, Әлшәй, Шишмә, Саҡмағош, Өфө райондары халҡы иһә вакцина һалдырыу буйынса алдынғылар рәтендә.

Республиканың баш санитар табибы Анна Казак, сирләгәндәр һаны буйынса бер аҙ тотороҡлолоҡ күҙәтелә, әммә прививка эшләтеү сараларын тиҙләтеү фарыз, был бөгөнгө ыңғай үҙгәрештәрҙең нигеҙен нығытасаҡ, тип белдерҙе.

Андрей Назаров COVID-19-ға яһаған тестар һаны кәмеүен билдәләне. "Был күрһәткес 100 мең кешегә 248 тестҡа тиң. Әммә инфекция таралыуға бәйле хәлде аныҡлау өсөн һәр тәүлектә был күрһәткес 300-ҙән кәм булмаҫҡа тейеш. Вакцинациялау темпын да арттырырға тейешбеҙ, Яңы йыл байрамдары алдынан был айырым әһәмиәткә эйә", – тине Андрей Назаров.

Беренсе вице-премьер – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, ул етәкселек иткән ведомствоға республиканың система булдырыусы 320 предприятиеһы ҡарай, уларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең 80 процентына вакцина яһалған. Андрей Назаров артта ҡалған тармаҡтарҙа был эште контролгә алырға ҡушты.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, балалар баҡсаһында ата-әсәләр ҡатнашлығындағы Яңы йыл кисәләрен үткәрергә рөхсәт ителде, тип белдерҙе. Шарт бер: өлкәндәрҙең вакцинациялау тураһындағы сертификаты йәки алты ай эсендә сирләү хаҡындағы белешмәһе булырға тейеш.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев йәмәғәт туҡланыуы учреждениеларында ла санитар талаптар теүәл үтәлеүен белдерҙе.

Ултырыш аҙағында Премьер-министр Андрей Назаров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына республика халҡына COVID-19-ҙы асыҡлауға бәйле тест яһау күләмен күтәрергә, прививка яһау кампанияһын әүҙемләштерергә кәрәк тигән күрһәтмә бирҙе.

"Пандемияны еңеү өсөн вакцинациялауҙан башҡа юл юҡ. Яңы йылды яҡындарығыҙ янында ҡаршылаһығыҙ килһә, прививка яһатырға, санитар талаптарҙы үтәргә, йәмәғәт урындарында битлек кейергә, һаулыҡ тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк", -тине Андрей Назаров.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53718

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева