Сәләмәт булайыҡ
26 Ноябрь 2021, 09:20

“Кешеләр хәҙер бер ниҙән дә ҡурҡмай”

123ru.net123ru.net
Фото:123ru.net

...Был егеткә ни бары 34 йәш, ә үпкәһенең 92 процентын ковид зарарлап өлгөргән. Янындағы йәш ирҙең үпкәһе 78 процентҡа елһенгән.

“Һеҙ һаман да реанима­цияға хәле бөткән, әллә күпме сире булған ҡарт-ҡоро ғына эләгә, тип уйлайһығыҙмы?

Хәл киҫкен үҙгәрҙе, ковид үҙҙәрен һау-сәләмәт тип иҫәп­ләгән йәштәргә йүнәлешен борҙо”, – тип ҡәтғи рәүештә бел­дергән Санкт-Петер­бург­тағы ваҡытлыса төҙөлгән гос­питалдә эшләгән, реанимация һәм интенсив терапия бүлек­сәһе мөдире Сергей Винников. Госпиталдәрҙәге коро­на­ви­рус­ҡа бәйле хәл ҡайҙа ғына бул­маһын, Мәскәүҙәме, Өфө­ләме, берҙәй ҡатмарлы һәм ауыр. Көн-төн үлемгә ҡаршы кө­рәш­кән сирлеләр араһында ғүме­рен үткәргән табипҡа ышанмай сара юҡ, бәлки, уның һөйләгән­дәре кемдеңдер күңе­ленә барып етер, ысынбарлыҡты баһаларға ярҙам итер.

“Былтыр ҡыш реанимацияға утыҙ йәшлектәрҙең эләккәнен хәтерләмәйем, – ти ул. – Йәй көндәрендә 30 – 40 йәшлектәрҙе килтерә башланылар. Бәлә шун­да, вирус йәшен тиҙле­ген­дә үпкәне зарарлай, кешеләр ике-өс тәүлектә һәләк була. Бәлки, был көндәрҙең эҫе­легенә бәйле булғандыр, йәйге тулҡынды ифрат ауыр кисер­ҙек, вирус бөтөнләй икенсе. Тәүге тулҡында ғаиләлә берәү ауырыһа, башҡалары ла сирҙе йоҡторасаҡ, тигән һүҙ булманы. Хатта бергә йәшәгән ир ме­нән ҡатындың береһе сир­ләһә лә, икенсеһе һау-сәләмәт ҡалды. Ә хәҙер хәл үҙгәрҙе. Иң ҡурҡынысы – балалар ауырый һәм вафат була. Бына ниндәй хәлгә барып еттек!

Әле реанимацияла бик ауыр сирлеләр ята. Хроник сирҙәре лә юҡ. 34 йәшлек ҡа­тындың үпкәһе 92 процентҡа зарарланған, йәш акушер­каныҡы – 90 процентҡа, 33 йәш­лек егеттеке – 78 процент­ҡа... Шуныһы ғәжәп, үпкәһе 100 процентҡа зарарланған пациентыбыҙ иҫән. Үҙ аңында, кислород менән тын ала, ашай, эсә, ҡан баҫымы нормала. Артабан нимә булырын бел­мәйбеҙ. Бер сәғәт эсендә хәл-торошо ҡырҡа үҙгәреүе ихтимал: һуңғы альвеола ябылһа, барыһы ла бөттө тигән һүҙ. Йыш ҡына тромбоэмболик өҙлөгөүҙәр була.

58 йәшлек ир госпиталгә килтергәнгә ҡәҙәр бер тәүлек кенә ауырыған, үпкәһе ни бары 25 процентҡа ғына зарар­ланғайны. Тик хәле ҡырҡа ауырайып, ике көн эсендә 100 процентҡа етте. Беҙҙә дауалау схемалары билдәләнгән, ауыр пациенттар төркөмө асыҡлана, йыш ҡына моноклональ анти­есемдәр ярҙамында дауа­лайбыҙ. Уларҙы сир башланған осорҙа индереү тәьҫирле. Был терапияны бүлексәләрҙә үк баш­ларға кәрәк, хатта анализ­дар­ҙың килеүен көтмәҫтән элек. Реаниматологка психолог ролен дә үтәргә тура килә, сөн­ки сирҙән йонсоған ауырыуҙар төшөнкөлөккә бирелә, йәшәргә ынтылыштары, көстәре кәмей.

Мин, күптән эшләгән, тәжри­бә туплаған табип булараҡ, кемгә нисек өлгәшергә, ниндәй һүҙҙәр табырға икәнлеген бе­ләм. Йыш ҡына уларҙың күңе­лен күтәреү өсөн баштарын йы­уабыҙ. Айырыуса һауыға бар­ған, әммә төшөнкөлөктән айырыла алмаған ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙыҡын. Ошо ябай ғына процедуранан һуң күптәре йән­лә­неп, күңелләнеп китә. Йы­уылмаған баш һәм бысраҡ сәс – улар өсөн, ысынлап та, бәлә. Ҙур түрәләр менән эш ҡатмар­лыраҡ, улар команда бирергә ғәҙәтләнгәс, бында ла шуны дауам итергә, нимәнәндер баш тартырға теләй. Тик дауахана тормошо, реанимация саралары комплексын күреү, дефибрилятор “атыуын” ишетеү уларҙы ла табип күрһәтмә­ләрен үтәргә мәжбүр итә.

Ғөмүмән, вирустың тәүге тулҡыны менән сағыш­тыр­ғанда, хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Элек табиптарҙы тыңлаһалар һәм хөрмәт итһәләр, хәҙер кешеләр кинәт кенә зәхмәттән ҡурҡмай башланы. Ҡайһы берәүҙәр прививка яһатыуҙан баш тарта, һаҡланыу сараларын һанға һуҡмай. 

...Йәш кенә атай күҙ алдымда, сабыйына ни бары бер йәш. “Ҡотҡарығыҙ”, – тип ялынды, аҙ ғына хәле еңеләйгәйне. “Ни өсөн прививка яһатма­ның?” тигән һорауға ҡаршы дәлилдәр килтерә башланы. Имеш, күрше корпуста прививка яһатҡан таныштары ята, улар ҙа ауырый, йәнәһе. Тик вакцина эшләткәндәр бит сирҙе еңел үткәрә, кислород кәрәкмәй! Ә һин – реанимацияла. Прививка яһатҡан бул­һаң, һин дә таныштарың менән күрше корпуста йөрөр инең.

Донъяла прививкаға ҡаршы­лар етерлек. Хәтерләйһегеҙме, былтыр Италияла Палермола үлгәндәрҙең кәүҙәләрен йөк машиналары менән ташынылар, ә кешеләр боҫоп өйҙә­рен­дә ултырҙы. Хәҙер, күрә­һегеҙме, студенттар протест акциялары менән урамдарға сы­ға. Прививка яһатыу кәрәк­леге тураһында бер мин генә һөйләмәйем. Быны нисек аң­ларға? Вакцинаның ярҙам итеүе – ысынбарлыҡ, иҫбат­лан­ған. Хәҙер вирус балаларға йәбеште, ә беҙ һаман при­вивкаға ҡаршы төшөп мата­шабыҙ! Профилле белгестәр бөтә ерҙә лә етешмәй, хатта теш табиптарын уҡытып, инфекционистар рәтенә алдыҡ, эпидемиологик хәл бик ауыр. Донъяла тәүгеләрҙән булып вакцина уйлап тапҡан илдә прививка яһатыу һүлпәнлеге менән килешеп тә, аңлап та булмай”.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас