Сәләмәт булайыҡ
26 Ноябрь 2021, 16:00

Һоҡланғыс пар ине...

Республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығышында милли мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һалған, балҡып йәшәгән Венера һәм Шайморат Йәнбәковтар бер-бер артлы вафат булды... 

Һоҡланғыс пар ине...Һоҡланғыс пар ине...
Һоҡланғыс пар ине...

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһы халҡын ҡот осҡос хәбәр тетрәндерҙе: коронавирус сиренән бер-бер артлы ирле-ҡатынлы Венера һәм Шайморат Йәнбәковтар баҡыйлыҡҡа күсте. Тәүҙә - ҡатыны, бер аҙнанан һуң - ире.

Сибайҙа ғына түгел, тотош Урал аръяғында киң билдәле ғаилә ине улар. Венера Әнүәр ҡыҙы ҡаланың абруйлы ағинәйҙәренең береһе булһа, ире - танылған сәхнә йондоҙҙары Йәнбәковтарҙың затлы нәҫеленән. Өҙҙөрөп ҡурайҙа, гармунда уйнаған, ойоҫҡотоп бейегән, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған Шайморат Йәнбәковты был төбәктә белмәгән кеше юҡтыр. Пар аҡҡоштай бер-береһен тулыландырып, терәк һәм кәрәк булып йәшәй белделәр. Сибайҙа үткән һәр мәҙәни сарала - "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйы булһынмы, Ҡала көндәре, Ҡымыҙ байрамы, төрлө күргәҙмәләр ойошторолһонмо - уларҙың түрендә Венера Йәнбәкова әҙерләгән милли аш-һыу, халҡыбыҙ ризыҡтары - буҙа, талҡан, ҡаҙы, ҡороттоң төрлө төрҙәре урын алыр ине. Ә үҙе эшләгән селтәр-ҡашмау, хәситә, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәренең ниндәйе генә булманы! Йәнбәковтар халҡыбыҙҙың милли кейем төрҙәрен, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүестәрен тергеҙеү буйынса бик күп эш башҡарҙы. Һәр байрамға үҙҙәре сағыу милли кейемдә килеп, уны пропагандалап йөрөй торғайнылар. "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсының ҡала һәм төбәк этаптарында Гран-приға лайыҡ булған, республика кимәлендә "Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында еңгән ғаилә ине улар.

Бик ҡыҙғаныс, бик йәл... Һаман сигенергә уйламай, ғүмерҙәрҙе аямай коронавирус. Ниндәйҙер мөғжизәгә ышаныу урынһыҙ, прививка яһатыуҙы тиҙләтәйек. Иртәгә һуң булып ҡуймаһын...

"Башҡортостан"дың яҡын дуҫтары Венера һәм Шайморат Йәнбәковтарҙың йәндәре йәннәттә булһын, балаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ҡыҙҙары Гөлнараның тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ.

Автор фотолары.

Һоҡланғыс пар ине...
Һоҡланғыс пар ине...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас